АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
23 Ғинуар 2023, 20:40

Тормошоғоҙҙоң тик яҡшы яҡҡа үҙгәреүен теләһәгеҙ

Ҡайһы бер әсәйҙәр ҡыҙҙарында — буласаҡ килендәрҙә — башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас һыҙаттарҙы тәрбиәләмәй. Ғөмүмән, тәрбиәһеҙлек бер ҡатын-ҡыҙҙы ла биҙәмәй инде ул. Түбәндәге ябай ғына әҙәп талаптарын үҙегеҙ ҙә үтәгеҙ һәм ҡыҙҙарығыҙҙы ла өйрәтегеҙ: Башҡорттарҙа кеше йортона күстәнәсһеҙ инмәйҙәр, үҙ йортоңа ингән кешене лә күстәнәсһеҙ сығармайҙар. Ғөмүмән, кешегә ауыҙ тотоп килеп сәй эсергә ултырыу — тәрбиәһеҙлек. Аҡса юҡлыҡҡа һылтанмағыҙ. Яҡшы хужабикәнең шкафында һәр ваҡыт бер әсмүхә сәй, бер ус кәнфит булһа ла ята. Ҡәйнә-ҡайны йортона үҙ ҡулығыҙ менән бешергән күстәнәстәр тотоп барһағыҙ, ирегеҙ һеҙгә рәхмәтле булыр, ҡайны-ҡәйнәгеҙ ҙә яратып ҡына торор.

Тормошоғоҙҙоң тик яҡшы яҡҡа үҙгәреүен теләһәгеҙ
Тормошоғоҙҙоң тик яҡшы яҡҡа үҙгәреүен теләһәгеҙ
Автор:Гульдар Кадаева