АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
28 Ноябрь 2022, 09:35

“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” Төркмәндә

Ҡатын-ҡыҙ бәхетле икән, ғаиләһе лә бәхетле. Әсәйҙәр көнө уңайынан Төркмән урта мәктәбендә үткән “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” исемле матур сарала ошо фекер тағы ла иҫбатланды . Байрамға йыйылған гүзәл зат үҙ булмышын, эске донъяһын, тәғәйенләнешен, яҡындары менән мөнәсәбәттәрен тәрәнерәк аңлаһын өсөн, ғәжәйеп хәстәрлекле мөхит тыуҙырылғайны. Уҡыусыларҙың әсәйҙәренә бағышлап яҙылған иншаларынан, шиғырҙарынан,һүрәттәренән,шулай уҡ “Үҫеш нөктәһе” түңәрәге шөғөлләнеүселәре,уҡытыусы Фәймә Нурғәли ҡыҙы менән берлектә “3д моделирование буйынса” эштәренән күргәҙмәләр булдырҙылар.Ҡатын-ҡыҙ бәхетен хасил иткән төрлө йүнәлештәр буйынса сығыштар,мастер кластар ойошторолдо.

“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” Төркмәндә
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” Төркмәндә

Беренсе өлөш Төркмән урта мәктәбе уҡыусыларының сығышы менән башланып китте. Мәктәп директоры Ҡаһарманова Зәһүрә Сәғәҙәт ҡыҙы барлыҡ әсәйҙәрҙе лә байрам менән ҡотлап,изге теләктәрен еткерҙе.Сараны йәш уҡытыусылар Фидан Ильгиз улы һәм Гөлбаныу Радик ҡыҙы бик матур итеп алып барҙылар.Байрам уңайынан уҡыусылар әсәйҙәргә 3д принтер ярҙамында эшләгән бүләктәрен тапшырып ҡыуандылар.
Икенсе өлөштө Ирәндек дауаханаһының шәфҡәт туташы Әлфиә Вәкил ҡыҙы дауам итте,ул үҙенең сығышында ҡатын -ҡыҙ таҙалығы,һаулығы тураһында тулы мәғлүмәт бирҙе.Төркмән урта мәктәбенең тәжрибәле психологы Иргалина Дилә Фитрат ҡыҙы әсәйҙәр менән төрлө уйындар,тренингтар үткәреп күңелдәргә дәрт,йылылыҡ өҫтәне,тәжрибәһе менән уртаҡлашты. “Ихлас” төркөмө етәксеһе Рәғиҙә Рәфҡәт ҡыҙы,төркөмдә шөғөлләнгән ҡыҙҙар менән берлектә, башҡорт милли кейемендә, биҙәүестәрендә сәхнәлә йөрөп күрһәттеләр.Ҡыҙҙарҙың үҙ ҡулдары менән тыуҙырған матурлыҡтары барыһын да хайран итерлек шул!Талантлы әсәйҙәр Розалия Танһыҡҡужина,Гөлнур Байғужина,Фирүзә Рәсүлева өҙә баҫып бейеүҙәре,моңло тауыштары менән байрамға тағы ла йәм өҫтәнеләр.
Өсөнсө өлөштә әсәйҙәр, өләсәйҙәр, йәш һылыуҙар оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.Айгөл Теләүкәбулова,Рәғиҙә Әхмәтшина,Айгөл Талипова,Земфира Мәсәлимова,Сәуиә Мәҡсүтова Гөлсирә Рахманғолова күҙҙең яуын алырҙай ҡул эштэре :сәскәләр эшләү,балаҫ һуғыу, түшәктәр бәйләү,күлдәктәр тегеү,бисер, милли биҙәүестәр эшләү серҙәренә төшөндөрөп мастер кластар күрһәттеләр.Зифа Ильбулова,Гөлбаныу Ыласыновалар, иң беренсе сиратта, ҡатын – ҡыҙҙың күркәмлеген сағылдырған сәстәргә ,прическалар эшләп күрһәттеләр,сәстәрҙе тәрбиәләү ысулдарын өйрәттеләр.10 класс уҡыусыһы Алһыу Мәҡсүтова тиҙ генә әҙерләнә торған тәмле торт эшләне, Зөһрә Ниғмәтуллина телде йоторлоҡ сәк – сәк бешерергә өйрәтте,ашнаҡсылар Байсыуаҡова Гөлйөҙөм һәм Уралбаева Рәзифә мәктәп баҡсаһында үҫкән ҡабаҡтарҙан ҡоймаҡ ҡойоп, картуфтан тиҙ генә әҙерләнгән берәмәстәр менән һыйланылар.Сарала әүҙем ҡатнашыусы әсәйҙәргә Зәһүрә Сәғәҙәт ҡыҙы рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп,маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Байрам сәй табыны менән тамамланды.
Бәхет биләмәһе – ул бөтә донъя: ғаилә, балалар, ата-әсәң, эшең, дуҫтарың һәм башҡа бик күп ҡәҙерле төшөнсәләр. Бөтә ҡатын-ҡыҙҙарҙың да тормоштан шатлыҡ табып йәшәүен һәм ул шатлыҡты ғаиләһе, уратып алған кешеләре менән бүлешеүен теләйбеҙ.Барлыҡ әсәйҙәрҙе лә байрам менән ҡотлайбыҙ,бөгөнгө саранан ситтә ҡалмай,ваҡыт табып килеүегеҙгә,ҡатнашыуығыҙға Төркмән мәктәбе коллективы исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
 
Автор:Гульдар Кадаева