Иң беренсе Хәлил хәҙрәт ваҡыт тураһында вәғәз һөйләне. Шунан һуң Ҡолсора биләмәһенән һәм ата -әсәләре ошо ауылдарҙа тыуып үҫеп сит- яҡтарҙа йәшәгән ауылдаштарыбыҙҙың мобилизацияланған улдары хәрби операциянан имен-һау әйләнеп ҡайтһын өсөн доға ҡылынды. Имам- хатибтар салынған ҡорбанды Аллаһ Тәғәлә тарафынан ҡабул ителеп, ир-егеттәребеҙҙең тыуған яҡтарына ата-әсәләре, ҡатындары, балалары янына имен-һау ҡайтырға насип итеүҙәрен теләп аят уҡыны.
-Таңғы сәғәт 6-нан тороп клуб янында 2 ҡаҙан аҫып ,ҡорбан салдырып ярҙам иткән Ғәлиә апайға, улы Арсланға,Әлфирә апайға , мулла Әхмәт ағай һәм Әсҡәт Халиҡовҡа, өҫтәлдәрҙе ташып йөрөгән депутатыбыҙ Азат Ғафаровҡа,Ришат Үтәбаевҡа, һәр саҡ алдан килеп ярҙам иткән Сәриә апайға, Гүзәл апайға һәм “Зарифа”ансамбле ағзаларына, тәм-том бешереп биргән Әнисә Халиҡоваға, Гөлдәр, Тәнзилә, Гүзәл Мөхәмәтҡужинаға күстәнестәрен тотоп килгән ауыл халҡына оло, ҙур рәхмәтемде еткерәм.
Сара һуңында милли баҫмалар - “Атайсал” гәзитенә, “Башҡортостан ҡыҙы” журналына ла яҙылыу ойошторолдо. Ауылыбыҙҙың почтальоны Фәйрүзә ханым эшен яуаплы башҡарҙы.
Һеҙҙең менән беҙ көслө ! Берҙәмлектә- көс .
Ҙур яуаплы эш башҡарҙыҡ, Аллаға шөкөр. Сауаптарын ғына насип итһен. Ошондай дини сараларҙа ауылдаштарҙы тағы ла әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырабыҙ. Күңелебеҙ түрендә һәр саҡ иман, уландарыбыҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһын, күк йөҙөбеҙ аяҙ булһын! – тип яҙҙы ҡолсоралар социаль селтәрҙә.