Тәрбиә
18 Ноября 2022, 04:25

Изге йома хәйерле булһын!

Изге йома хәйерле булһын!Намаҙҙың ыңғай йоғонтоһон тәүге көндән үк тойорһоғоҙ, дуҫтарымНамаҙ - Аллаһ менән икәүҙән - икәү генә ҡалып һөйләшеү. Уны тейешенсә уҡып бөтөп, кешегә һөйләмәҫ серҙәреңде раббыңа сисһәң, Ул тыңлар, аңлар. Сөнки Аллаһ бар итеүсе, аңлаусы, кисереүсе

Изге йома хәйерле булһын!Изге йома хәйерле булһын!
Изге йома хәйерле булһын!

*. *. *
Әгәр кеше Аллаһы Тәғәләне танып «Ләә иләәһә илләллаһ», — тип әйтһә, уға намаҙ уҡыу фарыз була.
Намаҙҙың үҙ шарттары бар:
✅ Намаҙ ваҡытының кереүе.
Һәр намаҙҙы үҙ ваҡыты ингәс уҡыйҙар, ә ваҡытынан алда түгел.
✅ Тәһәрәтле булыу.
✅ Ғәүрәтте ҡаплау.
Ир-егеттәргә – кендектән алып тубыҡтарҙың аҫҡы тәнгәленә тиклемге тән өлөшөн, ә ҡатын-ҡыҙҙарға – йөҙҙән һәм ҡул суҡтарынан башҡа бөтә тәнде ҡаплау тейешле.
✅ Кейемдең, тәндең һәм намаҙ уҡый торған урындың нәжестән таҙа булыуы.
✅ Ҡиблаға табан боролоп баҫыу.
✅ Сүтрә (кәртә).
Алда йә стена, йә бағана, йә эйәр бейеклегендәй берәй әйбер булырға тейеш – намаҙ уҡыусы алдынан бер кем дә үтмәһен өсөн. Ә сүтрә артынан үтергә ярай.
✅ Ниндәй намаҙ уҡырға йыйынғаныңды эстән ниәт итеү.
Аллаһ рәсүле Мөхәммәт пәйғәмбәр صلى الله عليه وسلم былай тигән: «Ислам биш терәккә нигеҙләнгән: Аллаhтан башҡа илаһ юҡ, hәм Мөхәммәт – Аллаһтың рәсүле, тип шәһәдәт итеү, намаҙ уҡыу, зәкәт биреү, хаж ҡылыу һәм Рамаҙан айында ураҙа тотоу».
Өй ҙә төп биш нәмәнән ғибәрәт: нигеҙ, диуар (стена), иҙән, түбә hәм ҡыйыҡ.
Әгәр сағыштырып күрһәтһәк, үҙеңде мосолман тип шаһитлыҡ итеү – ул Исламдың нигеҙе була, ә көндәлек биш намаҙ – уның диуары. Өй бер нисек тә диуарҙан башҡа була алмаған шикелле, Ислам да намаҙҙан башҡа була алмай.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас