Тәрбиә
13 Ноября 2022, 05:00

 Лоҡман сүрәһе

 Лоҡман үҙенең улына өйрәтеп әйтте: " Эй, улым! Аллаһҡа тиңдәш ҡушма, мөшриклек - оло гонаһ бит!" - тине. Кешегә Беҙ ата - әсәһен тапшырҙыҡ. Әсәһе уны көс - хәл менән (ҡарынында) йөрөтә. Уны имсәктән айырыу (мөҙҙәте) - ике йыл. Миңә лә, ата - әсәңә лә шөкөр ит. Миңә ҡайтаһың!

Лоҡман сүрәһеЛоҡман сүрәһе
 Лоҡман сүрәһе

🤲 Әгәр улар һинән үҙең белмәгән нәмәне Миңә тиңдәш иттерергә тырышһа, тыңлама уларҙы. Донъялыҡта уларға яҡшылыҡ күрһәт тә, Миңә йөҙ борған кешеләрҙең юлын тот. Һуңынан һеҙ Миңә ҡайтаһығыҙ, шунда Мин һеҙгә ни эшләгәнегеҙҙе әйтермен.

🤲 " Эй, улым! Бер нәмәнең ауырлығы хәрдәл орлоғо хәтле генә булып, таш ҡая эсендә, Күктәрҙә йәки Ерҙә булһа, Аллаһ уны сығарыр. Ысынлап та, Аллаһ хикмәтле, хәбәрҙар!

🤲 Эй, улым! Намаҙ уҡы, яҡшылыҡҡа өндә, ярамаған эштән тый, ни күрһәң дә, сабыр ит - был бит эшеңдә ныҡ, ҡыйыу булғаныңдан була.

🤲 Кеше алдында сырайыңды һытма, тәкәбберләнеп йөрөмә. Ысынлап та, Аллаһ тәкәббер, маҡтансыҡ кешене яратмай!

🤲 Атлағанда ипле баҫып йөрө, әкрен тауыш менән һөйләш. Тауыштың иң имәнесе - ишәк тауышы бит".

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас