

Күҙ алдына килтерегеҙ: һеҙ балаһына барыһын да биргән әсә. Әммә улығыҙға йә ҡыҙығыҙға барыбер нимәлер етмәй. Ул ҡәнәғәт түгел. Һеҙ көйәһегеҙ: «Нимә етмәй был балаға?»
Ошо хәл барығыҙға ла таныштыр. Нимәлер етмәй тип, ата-әсә, өләсәй-ҡартатай «биреүен» дауам итә. Ә яҡшы яҡҡа үҙгәреш юҡ. «Айфондың һуңғы маркаһы кәрәк... Һеҙ ниңә мине таптығыҙ? Һораныммы быны? Миңә инде 14 йәш, ә минең Сбербанк картам да юҡ. Миңә 13 йәш, маникюрға аҡсам да юҡ. Мин көн һайын һорарға тейешме?»
Бындай осраҡта оло кешегә туҡтарға һәм уйланырға кәрәк. Алыш-биреш үҙгәрмәгәнме? Ғәҙәттә, тирә-яҡ менән алыш-бирештә гармония һаҡлана икән—ул кеше үҙ тормошо менән ҡәнәғәт. Был бала саҡтан кешегә һалына. 1-2 йәшлек бала йылмая, шул рәүешле ата-әсәһе һөйөүенә компенсация «түләй». Ҙурая килә ярҙамлаша: һауыт-һаба, иҙән йыуа һәм башҡалар. Быны ул уның ярҙамын ҡабул иткәнгә тиклем эшләй. Иҙәнде еткерә йыумаһа ла, артынан эш ҡалдырһа ла ҡабул итегеҙ, хуплағыҙ. Шул саҡта ул үҙен кәрәк һәм файҙалы тип һынар. Бала һеҙҙең һөйөүегеҙ өсөн үҙенсә рәхмәт белдерә бит. Был алыш-биреш тип атала.
Әгәр уның эше менән ҡәнәғәт булмай, уның ярҙамынан баш тартһағыҙ, ул үҙен артыҡ тоясаҡ һәм башҡаса эшләмәйәсәк. Артабан хәлдәр мөшкөлләнә: компьютер артында уйындар, виртуаль донъя. Өйҙә бер эше лә юҡ. Өләсәй менән ҡартатай ҙа: «Мәктәптә арып ҡайталыр, дәрестәр ауыр, ял итһен»,—тип өҫтәп ебәрһә, тағы ла шашып китә. Ейәнгә аҡса бирелә, ваҡыт, энергия бүленә, ә ул ултыра ла ултыра. Ул ғәҙәтләнә, бөтә нәмә уға бирелә, рөхсәт ителә, уның компьютер артында тик ултырыуы «норма»ға әйләнә. Әммә аң кимәле икенсене тыҡый: ул үҙенең кемгәлер кәрәк һәм файҙалы булыуын юғалтҡан. Үҫмерҙең маҡсаты, тормошонда сағыу, иҫтә ҡалырлыҡ бер ни юҡ. Ул тәьҫорат көҫәй башлай. Нәҡ ош мәлдә ул наркотик, тәмәке һәм алкоголь тәмләп ҡарауы ихтимал.
Тимәк, бәлә нимәнән башлана? Һеҙ уға файҙалы һәм кәрәкле булырға ҡамасаулайһығыҙ. Һөҙәмтә нисек кенә булмаһын, уны эштән, ярҙам итеүҙән тыймағыҙ.
Гүзәл Усманова, «Наркотикһыҙ донъя» проекты координаторы, балалар табибы, яҙыусы.
фото:psy.su