АТАЙСАЛ
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Тәрбиә
27 Октября 2022, 11:29

Доғаларыбыҙ ҡабул булһын!

Әғүҙү билләһи минәш-шәйтанир-раджиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Йәә, АЛЛАҺ, Һин Әр-Рахмәән, Әр-Рахиим, Әл-Ғәзииз, Әл-Хаалиҡ, Әл-Ғафүүр, Әш-Шәкүүр, Әл-Хәфииҙ! Үҙеңдең мәрхәмәт-шәфҡәтең, киң рәхмәтең менән беҙҙең гөнаһ һәм хаталарабыҙҙы ғәфү ит!


БӨЙӨК Раббыбыҙ АЛЛАҺ!  Һиңә генә иман килтерәбеҙ, Һиңә генә теүәкәлләйбеҙ, Һинән генә ярҙам һорайбыҙ, Һиңә генә мөрәжәғәт итәбеҙ!
Беҙҙең илебеҙгә ҡаршылыҡ килтергән  барса дошмандарҙан, барлыҡ яуызлыҡтарҙан Үҙең һаҡла!
Беҙҙең йорттарыбыҙға, ауыл-ҡалаларыбыҙға, илебеҙгә, бар донъяға именлек, тыныслыҡ бир, халыҡтар, илдәр араһына дуҫлыҡ, татыулыҡ бир, тиҙ арала бар ерҙә тыныслыҡ урынлашһын, илебеҙгә, еребеҙгә, йорттарыбыҙға ҡот һәм бәрәкәт, үҙебеҙгә иманлы, бәхетле, хәйерле тормоштар насип ит! Донъялағы барлыҡ илдәрҙең етәксе-хакимдарына айыҡ аҡыл, ғәҙеллек бир, күңелдәренә миһырбанлыҡ һал, үҙ-ара аңлашып, килешеп, һөйләшеп,  уртаҡ тел табып эш итеүҙәрен насип ит!  Илебеҙ һағында хәрби бурыстарын үтәүсе ир-егеттәрҙе Үҙеңдең яҡлауыңа, һаҡлауыңа ал, һау-сәләмәт килеш, имен-аман ғына йорттарына,  ғәиләләренә,  ата-әсәләренә,  ҡатындарына, балаларына   әйләнеп ҡайтһындар, тыныс шарттарҙа хеҙмәт итһендәр.
Йән-тән-рух  сәләмәтлеге, күңел тыныслығы бир барыбыҙға ла. Донъялағы, илебеҙҙәге хәлдәрҙе ыңғай яҡҡа ауыштыр!
Йәә Раббыбыҙ, Үҙең барлыҡҡа килтергән еребеҙҙе, тәбиғәтебеҙҙе төрлө афәттәрҙән Үҙең һаҡла, Үҙең ҡурсала!
Йәә Аллаһ, беҙҙе, яҡындарыбыҙҙы, ғаиләләребеҙҙе, барлыҡ мөслим-мөслимәләрҙе, бар халыҡтарҙы  йәшәйеш һәм үлем фетнәһенән, Дәжжәл фетнәһенән, ҡурҡыныс ауырыуҙарҙан, ҡәбер һәм йәһәннәм ғазаптарынан һаҡла, был донъяла ла, әхирәттә лә изгелектәр насип ит!
اَلْحَمْدُ لِلّٰهِ رَبِّ الْعَالَمِينَ وَالصَّلاَةُ وَالسَّلاَم
عَلَى رَسُولِناَ مُحَمَّدٍ وَعَلَى آلِهِ وَصَحْبِهِ أَجْمَعِينَ

Автор:ГУЛЬДАР КАДАЕВА
Читайте нас