

Оло йәштәге ир үҙенең 25 йәшлек улы менән поезға килеп инә лә үҙҙәренә тәғәйен урынға урынлаша. Егет тәҙрә янына ултыра. Поезд ҡуҙғалып киткәс тә ҡулын асыҡ тәҙрәнән сығарып һуҙып бара. Ул шулай һауа ағымын тойорға теләйҙер, күрәһең. Бер мәл егет:
—Атай, күрәһеңме, ағастар артҡа китә!
Атаһы йылмайып ҡына ҡуя.
Улар янында йәш ғаилә пары бара. Улар 25 йәшлек егеттең бала һымаҡ ҡыланыуына аптырап ҡарай.
Шул саҡ әлеге егет йәнә ҡысҡырып ебәрә:
—Атай, күрәһеңме, күлдәр, хайуандар... Ә болоттар поезд менән бергә бара!
Бер аҙҙан ямғыр яуа башлай. Егет йәнә ҡыуана:
—Атай, атай, ҡара әле, һыу миңә тейә. Күрәһеңме, атай?
Шул саҡ уларҙы күҙәтеп барған ғаилә егеттең атаһына:
—Ниңә улығыҙҙы берәй клиникаға алып бармайһығыҙ? Консультация кәрәктер бит,—ти.
Шул саҡ оло йәштәге атай былай тип яуап бирә:
—Беҙ клиниканан ҡайтып киләбеҙ. Улым күҙле булып ҡайтып килә!
********
Ябай ғына хикәйәттә тәрән мәғәнә ята. Күҙҙәребеҙҙең күреүе лә бәхет. Тирә-яҡҡа иғтибарлы булайыҡ, матурлыҡты тойоп йәшәйек һәм һаҡлайыҡ!