

Ахыр сиктә, ҡатындың хәле тамам бөткән һәм ул аҡыл эйәһенә кәңәшкә барған: нисек яҡшы әсәй булырға?
Бик уйланып килеп сыҡҡан унан әсә.Шул көндән алып ул алмаштырып ҡуйған кеүек үҙгәргән. Өйҙә аҡса артып китмәһә лә, балалар тыңлаусаныраҡ булып ҡалған, әсәләре башҡа әрләмәгән. Киреһенсә, ҡатын бәхетле йылмайып йөрөй башлаған, ти.
Өйҙәгеләр бер нәмәгә аптырай икән: әсә аҙнаһына бер тапҡыр баҙарға барып килә лә кискә тиклем бүлмәһенең ишеген ябып ултыра. Балаларҙың ҡыҙыҡһыныуының сиге юҡ. Бер ваҡыт түҙмәй былар бүлмәгә күҙ һалған, ти. Ҡараһалар, әсәләре өҫтәл артында тәм-томдар менән сәй эсеп ултыра икән.
- Әсәй, һин нимә эшләйһең ул? Ә беҙ? - тип асыуланып ҡысҡырышҡан балалары.
- Шауламағыҙ, мин һеҙгә бәхетле әсәй яһайым! - тип яуап биргән ҡатын.
Һығымта шундай: башҡаларҙы бәхетле итер өсөн үҙеңдең бәхетле булыуың кәрәк. Ғаилә бәхетле булһын өсөн әсәйҙең бәхетле булыуы бик мөһим.
❓ Һеҙ нисек уйлайһығыҙ: әсә кешегә үҙен ҡайғыртырға хаҡлымы? ✍🏻