АТАЙСАЛ
+18 °С
Облачно
Антитеррор
Тәрбиә
8 Октября 2022, 07:58

Мосолмандар өсөн көндәлек доға үрнәктәре

Йә, Аллаһым! Беҙҙе гонаһтарымдан, бәхетһеҙлектән, ҡәбер ғазабынан, көфөрлөктән һаҡла! Йә, Раббым! Беҙҙе һәләк итеү ҡурҡынысы булған байлыҡтан да һаҡла.

Йә, Аллаһ! Һин үҙеңдең иң яҡшы ҡолдарыңа биргән бөтә яҡшы нәмәләрҙе беҙгә лә бир, һәм Ҡиәмәт көнөндә Үҙеңдең йөҙөңдө ситкә борасаҡ нәмәләрҙән һаҡла беҙҙе.
Йәнебеҙҙе мосолман хәлебеҙҙә ал һәм беҙҙе яңынан терелткәндә мосолман хәлемдә терелт. Үҙ рәхмәтең менән бүләклә һәм Үҙеңдең ләғнәтеңдән һаҡла!
Йә, Раббым! Әлегә беҙ иҫән саҡта Һин Үҙеңдең ҡолдарыңды нисек яҡлайһың, беҙҙе лә шулай яҡла, баҡыйлыҡҡа күскәс, гонаһтарыбыҙҙы ғәфү ит һәм беҙгә рәхмәтле бул!
Беҙгә ике донъяла ла тик яҡшылыҡтар ғына бир. Һине гел иҫкә алырға һәм Һин ҡушҡандарҙы үтәргә ярҙам ит.
Һин тыйылғандарҙан тыйылырға көс бир! Һине яратмауҙан Үҙең һаҡла беҙҙе.
Йә, Аллаһым! Беҙгә Үҙең риза булырҙай гүзәл холоҡ һәм Һиңә мөрәжәғәт итерҙәй белем бир.
Донъя ниғмәттәренең рөхсәт ителгәндәрен генә бир.
Һинән башҡаларға ғибәҙәт ҡылыуҙан Үҙең һаҡла, һәм Һиңә генә ғибәҙәт ҡылып йәшәргә көс бир.
Йә, Раббым! Беҙгә Һин иман байлығы, ышаныс бир! Һин яратҡан нәмәләрҙе генә ҡылырға, Һин яратмағандарҙан тыйылырға көс бир беҙгә.
Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм сөннәте ҡушҡандарҙы үтәргә ярҙам ит.
Йә, Аллаһ! Ҡылған гонаһтарыбыҙҙы Ғәфү ит, ысынлап та, Һинән башҡа берәү ҙә гонаһтарҙы ғәфү итмәй!
🤲
Зифа Илбаҡтина диуарынан.

Автор:гульдар кадаева
Читайте нас