+13 °С
Облачно


Беренсеһе – Аллаға шөкөр!
Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итерлек нәмәләр һәр беребеҙҙә лә етерлек (теребеҙ, йөрөйбөҙ, күрәбеҙ, ишетәбеҙ, тамағыбыҙ туҡ, өҫтөбөҙ бөтөн һәм башҡалар).
Икенсеһе – Аллам, кисер!
Аллаһы Тәғәләнең ярлыҡауын һорарлыҡ гонаһтар ҙа һәр беребеҙҙә етерлек (тормошҡа зарланабыҙ, кеше һөйләйбеҙ, үҙ-ара талашабыҙ, тәкәббер ҡыланабыҙ һмә башҡалар). Тәүбәгә килеү беҙҙе Хоҙайға яҡынайта, тимәк, көсөбөҙҙө арттыра.
Өсөнсөһө – Аллам, ярҙам ит!
Бер эш тә Аллаһы Тәғәләнең ярҙамынан һәм ризалығынан тыш эшләнмәй.
Һәм бына шулай: нимә генә булһа ла... Ошо ябай, әммә ҡөҙрәтле һүҙҙәр оҙон көнөгөҙҙө тотошлай доғаға әйләндерер. Амин!