АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
23 Сентябрь 2022, 10:26

Ҡатмарлы ваҡиғаларҙы еңеләйт

Әғүҙү билләһи минәш-шәйтан ирражим Бисмилләһир-рахмәнир-рахим. Аллаһүммә салли ғалә сәйиидинә Мүхәммәдин вә ғалә әәли сәйидинә Мүхәммәд. Йә Раббым, хәҙерге ваҡытта Ватаныбыҙ алдында килеп тыуған ҡатмарлы ваҡиғаларҙы еңеләйт

Донъялағы барлыҡ илдәрҙең етәкселәренә иман, тәүфиҡ, ғәҙеллек бир Йә Раббым, етәкселәребеҙгә өҫтәл артына ултырып һөйләшеп, мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итергә ярҙам ит, баштарына камил аҡыл бир Раббым, Тыуған илебеҙҙе һуғыштарҙан, ҡан ҡойоуҙарҙан һаҡла Йә Раббым, армия сафтарында хеҙмәт иткән балаларыбыҙҙы һуғыш афәтенән һаҡла Йә Раббым, ата-бабаларыбыҙ күргән михнәттәрҙе беҙгә күрһәтмә🤲Йә Раббым, бөтә Ер шарында тыныслыҡ һәм ғәҙеллек урынлаштыр🤲 Йә Раббым, доғаларыбыҙҙы Узеңдең киң рәхмәтең менән ҡабул ҡыл 🤲
Бисмилләәһил-ләҙии ләә йәдурру мәғә исмиһи шәйүн фил-әрды вәләә фиссәмәәи вәһүвәс-сәмиғүл ғалиим ( Ишетеүе һәм Белеүе Аллаһтың исеме менән ерҙә һәм күктә бер нәмә лә зарар килтерә алмаҫ) Ин шәә Аллаһ. Ләә хәүлә вәләә ҡүәәтә илләә билләәһ🤲 Аллаһүммә салли ғалә сәйиидинә Мүхәммәдин вә ғалә әәли сәйидинә Мүхәммәд.

Автор:гульдар кадаева