АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
22 Сентябрь 2022, 13:54

Биш нигеҙ бағанаһы

Бер уҡымышлы, күпте күргəн кешенəн: "Һин нисек шул ҡәҙəре тыныс, сабыр була алаһың?"- тип һорағандар. Ул яуабында:

Бик күп уҡып, тəжрибəм менəн һынағандан һуң, тормошомдо шул биш нигеҙ бағана өҫтөнə ултырттым:

*Миңә яҙған ризыҡ миңә буласаҡ. Шуны аңланым həм тынысландым;

*Аллаһтың мине həр ваҡыт күреп күҙəтеп тороуын аңланым həм тыйнаҡландым;

* Мин эшләй белгəн həм эшлəргə тейеш булған эште башҡа бер кемдең дə эшлəмəйәсəген аңланым həм ең һыҙғанып эшкə тотондом;

*Йәшəүҙең ахыры - үлем икəнен аңланым həм шуға əҙерлəнə башланым;

*Яҡшылыҡ та, яманлыҡ та оҙаҡ йәшәгәнлеген аңланым, шуға күрə яҡшылығымды арттырырға, яманлыҡтарымдан ҡотолорға тырыштым, - тигəн.

Автор:гульдар кадаева