Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
2 Сентябрь 2022, 11:40

Йома мөбәрәк булһын!

Бәрәкәт тигән нәмә бар. Әҙҙең бәрәкәтен бирһен тип теләгеҙ, шөкөр итеп йәшәгеҙ тип өйрәтеп үҫтерҙеләр беҙҙе. Шуға ауыр заманаларҙы ла артыҡ мыжымай ғына үткәрҙек. Байҙарға көнләшмәнек.

 Хәлебеҙ еткәндән артығына үрелмәнек. Хәлебеҙ сит ил машинаһына етмәй икән, тимәк, үҙебеҙҙекенә риза булабыҙ. Ҙур кредиттарға батыу, берҙән, исраф, икенсенән, гонаһ. Быны тырышмай, әҙерҙе көтөп ятыу тип аңларға ярамай. Шуға алтын урталыҡты һайлап, сама белеп, булғанын ҡәҙерләп йәшәйбеҙ. Бәрәкәт тигәндә тик мал, аҡсаны ғына күҙ уңында тотоу дөрөҫ түгел. Ваҡыт, һаулыҡ, ғүмер, тел, башҡа бик күп нәмәләр бәрәкәтле була ала.

🤲Һәр минуттың ҡәҙерен белеп, иҫәнлек-һаулыҡҡа шөкөр итеп, ике донъяла ла изге маҡсаттарыбыҙҙың тормошҡа ашырына ынтылып йәшәргә тейешбеҙ.

🌻Ләлә Рафиҡова.
Фотола — автор.

Автор:гульдар кадаева