Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
2 Сентябрь 2022, 11:56

Баланың иҫән-һау, имен йөрөүен теләп ҡылынған доға:

Күптәребеҙҙең балалары төрлө яҡҡа белем эстәргә таралышты. Уларҙың һәр ҡайһыһының йөрәгенә Аллаһы Тәғәлә иман, башына аҡыл һалһын, күркәм холоҡ-фиғел бирһен!

Әлхәмдү лилләһи Раббиль гәәләмиин, әссаләтү үәссәләәмү ғәләә расүлиһи Мөхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә әсхәәбиһи әжмәғин

Йә Раббым, ошо баламдың иҫән-һау булыуын насип ҡыл! Уны һәр төрлө күңелһеҙ хәлдәрҙән, бәлә-ҡазаларҙан, яуыз, яман ниәтле кешеләрҙән, шайтан зарарынан – барса насарлыҡтарҙан һаҡла, ярҙамыңдан ташлама, Үҙ рәхмәтеңдә булыуын насип әйлә. Раббәнә әәтиннәә фиддүнья хәсәнәтәү үә филь әәхирати хәсәнәтәү үә кыйнәә газәәбәннәәр. Бирахмәтикә йә әрхәмәрраахимиин. Әәмиин.

Автор:гульдар кадаева