Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
26 Август 2022, 11:45

Салауат әйтеү

Салауат (маҡтау) Аллаһ Тәғәлә тарафынан Ҡөръән Кәрим китабында пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә салауаттар әйтеү әмер ителгән: “Һис шикһеҙ, Аллаһ Тәғәлә һәм уның фәрештәләре пәйғәмбәргә салауат әйтәләр. Әй мөьминдәр! Һеҙҙә уға салауат әйтегеҙ һәм тулы тәслимәт менән сәләм бирегеҙ”.

(Әхзәб сүрәһе, 56 аят).
   Пәйғәмбәргә салауаттар әйтеүҙең бик сауаблы булыуы хәҙистәрҙәндә билгеле.
   Бер көндө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм сәхәбәләре янына көләс йөҙ менән килеп үҙенең шатлығын аңлатҡан: Джәбрәил фәрештә килеп: “Йә, Мөхәммәд! Өммәтеңдән бер кеше һиңә бер салауат килтергәнгә ун салауат, бер сәләм килтергәнгә ун сәләм килтереүемә риза булырһыңмы? – тине. Бына шул сәбәптән мин дә һөйөндөм” – тигән пәйғәмбәр.
   Пәйғәмбәребеҙ тағы бер хәҙисендә: “ Миңә бер салауат әйткән өсөн, фәрештәләр ун мәртәбә истиғфар итәрҙәр. Шулай булғас теләгән кеше салауатты аҙайтһын, теләгәне күбәйтһен”.
   Икенсе бер хәҙистәрендә: “Инсандарҙың миңә иң яҡыны – миңә күп салауат әйткәнелер", «Мин иҫкә алынғанда миңә салауат килтермәгән кеше – иң һаран кешелер”, “Миңә йома көндәрендә күп салауат әйтегеҙ”, “ Ер йөҙөндә әйләнеп йөрөгән фәрештәләр бар, улар өммәтемдең сәләмен миңә еткерерҙәр”.
   Салауат шәрифтәрҙе һәр кемгә күп уҡыу-әйтеү тейешлелер. Салауат шәрифте күп уҡыу әфәт үә бәләләрҙән һаҡлар, фәҡирлектән имен булыр өсөн үә хәйерле маҡсаттарға, шатлыҡтарға ирешеүгә оло сәбәп булыр.
   “Бәндәләрҙең Ҡиәмәт көнөндә миңә иң артығырағы – салауат шәрифте күберәк әйтеүселер” – тине пәйғәмбәребеҙ.
   Ошо аят һәм хәҙистәрҙән аңлашылғанса, берәй мәжлестә, йәки бер ерҙә Пәйғәмбәребеҙ исемен телгә алынғанда “Аллааһүммә салли ғәләә сәййидинәә үә нәбиййинәә Мүхәммәд” тип, уны сәләмләргә кәрәк.
 

 

Аллаһ Тәғәләгә салауат (маҡтау) әйтәһегеҙме?
эйе
юҡ
Яуап
Автор:гульдар кадаева