АТАЙСАЛ
+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
26 Август 2022, 09:15

Әсәй ишеге

Әсәй менән һөйләшкән саҡта нимәгәлер зарланып ебәрһәм, ул һәр ваҡыт бер үк һүҙҙәре әйтә: “Һинең унда нимә булғанын мин яҡшылап белмәйем, әммә ишек менән ярҙам итә алам”. Тәүгә ишеткәндә мин ныҡ ҡына аптырағайным. Әммә ул аңлатты:

Әсәй ишеге
Әсәй ишеге

— Һинең тормошоңда төрлө хәлдәрҙең булыуы мөмкин, әммә бер хәл бөтөнләй булмаясаҡ: минең һиңә ишек асмай ҡалыуым. Шулай булғас, теләһә ҡайһы ваҡытта – арыһаңмы, сирләһәңме, юғалтһаңмы, күңелең ҡалһамы, революция яһарға ҡарар итһәңме, эш боҙһаңмы, һин хаҡлымы, ғәйеплеме – береһе лә мөһим түгел, нимә эшләргә һәм ҡайҙа барырға тигән һорау тыуһамы – өйгә ҡайт. Миңә! Теләмәһәң, артыҡ һорау биреп тә йонсотмаҫмын. Әммә асыҡ ишек, тәмле аш, йомшаҡ түшәк, йылы ҡараш вәғәҙә итәм...

Бәхет шулай ябай ғына, дуҫтар: ишек асыр кешең булыуҙа!

Лиля Градтан тәржемә.

Автор:Гульдар Кадаева