

Йә, Аллаһым! Миңә хәйерле сәләмәтлек бир, бары тик сәләмәт булғанда ғына мин ғаиләмә файҙалы була алам. Йүгереп йөрөп донъя көтөргә, балалар үҫтерергә аяҡ-ҡулдарым һыҙлауһыҙ булһын, күңелем тыныс, йәнем ҡәнәғәт булһын. Донъяма ҡот, ризығыма бәрәкәт, нигеҙемә именлек һәм ырыҫ бир! Балаларыма булған яратыуым, шәфҡәтем, иғтибарым уларҙа ла миңә ҡарата хөрмәт-ихтирам уятһын!
🤲 Йә, Раббым! Ир балаларыбыҙға иманлы, тәүфиҡлы, аҡыллы мосолман кәләштәре насип ит. Яуызлыҡтан, боҙоҡлоҡтан, насар уйлы кешеләрҙән йыраҡ йөрөт! Боҙомдарҙан, күҙ һәм һүҙ тейеүҙән, яманлыҡтан һаҡла!
🙏 Балаларыбыҙға асыҡ зиһен, сәләмәтлек, оҙон ғүмер бир. Кешелекле, изгелекле, ата-әсәләренә мәрхәмәтле ит. Йөрөгән юлдары уң, эштәре хәйерле, хеҙмәттәре уңышлы булһын. Белемле-ғилемле булһындар. Лайыҡлы ғаилә ҡороп, һау-сәләмәт балалар үҫтерһендәр, ғүмерҙәре буйы мөхәббәтле йәшәһендәр. Ир бәхете, ҡатын бәхете, балалар бәхете насип ит!
🤲 Эй Аллаһым, Һин мәрхәмәтлеләрҙең мәрхәмәтлеһе, кисереүсе, яратыусы! Бөтә нәмә Һинең рәхмәтең айҡанлы була. Белеп һәм белмәй ҡылған гонаһтарымды ғәфү итеп, доғаларымды, теләктәремде ҡабул ит! Амин!