

Иң тәүҙә телмәр үҫеш кимәлен ҡарайыҡ. Быны тикшереү бик ябай: баланан сюжетлы йәки сериялы һүрәттәр ярҙамында хикәйә төҙөүен һорағыҙ. Әгәр бала бәйләнешле, эҙмә-эҙлекле, бер ниндәй ярҙамһыҙ үҙ аллы хикәйә төҙөй икән, был бик һәйбәт. Бәйләнешле телмәре үҫешеп етмәгән осраҡта балалар, ғәҙәттә, айырым предметтарҙы йәки хәрәкәттәрҙе генә атайҙар, һөйләм төҙөй алмайҙар.
🔹 Балаларҙың өн әйтелешенә иғтибар итеү мотлаҡ. Баланың өндәрҙе ишетә белеүен, уларҙы һүҙҙәрҙә айыра белеүен билдәләү мөһим. Өндәр мәҙәниәтен тәрбиәләүгә уйындар уйнағыҙ. Башта предметтар төшөрөлгән һүрәттәр әҙерләп алығыҙ. Баланың алдына 10 карточка теҙеп һалығыҙ, [ш] өнө булған һүҙҙәрҙе табырға тәҡдим итегеҙ, һуңынан башҡа өндәр ишетелгән һүҙҙәрҙе эҙләтегеҙ, һуҙынҡыларҙы һәм тартынҡыларҙы табығыҙ һ.б. Баланы ҡабаландырмағыҙ, кәрәк булһа, эште ҡабатлап әйтегеҙ, дөрөҫ эшләмәгән осраҡта ла уны бүлдермәгеҙ. Эште эшләп бөткәс, бергәләп дөрөҫлөгөн тикшерегеҙ.
🔹 Һеҙ сабыр булмаһағыҙ, беренсе уңышһыҙлыҡтан һуң бала эште үтәүҙән баш тартырға , “Мин эшләмәйем, миңә ҡыҙыҡ түгел” тип әйтергә мөмкин. Көсләмәгеҙ, бындай ҡаршылыҡ системалы эшләү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Был иһә билдәле инструкция буйынса эш һеҙҙең балағыҙҙың мөмкинселегенә тап килмәгәнлеген аңлата. Уны бәлки үҙгәртергә, уйын формаһында ойошторорға кәрәктер.
Сибай ҡалаһының Бала үҫтереү үҙәге — “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды Уразбаева Айгөл Фәтих ҡыҙы.