АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Тәрбиә
2 Августа 2022, 11:10

Нисек доға ҡылырға?

Әхлаҡ китаптарында доға ҡылыу хаҡында бик күп әҙәптәр телгә алына, ваҡыттар, махсус доғалар тәғәйен ителә. Ләкин доға ҡылыуға ҡағылышлы төп кәрәкле нәмә – күңелдең ихлас булыуы һәм бөтә тырышлыҡ менән Аллаһ Тәғәлә алдында түбәнселекле булыу. Күңел ихлас булһа һәм ҡабул булыныуына ышаныу урынлашһа, доға теләһә ниндәй ваҡытта һәм теләһә генә ниндәй телдә булһын, ҡабул ителеү менән хөрмәтләнәсәк һәм емеше күреләсәк. Талап ителгән рәүештә һөҙөмтәһе күрелмәгән хәлдә лә, ихлас ҡылынған доғалар – Ҡөрьән уҡыу, намаҙ ҡылыу, зикер һәм тәсбих менән шөғөлләнеү кеүек дәрәжәлекле ғибәҙәттәрҙән булып, был донъяла булмаһа, Ахирәттә емеше булырға мөмкин. Шуның өсөн айырыуса шәкерт ваҡыттарҙа һәм сит ерҙәрҙә йәшәгән көндәрҙә ихласлыҡ менән доға ҡылырға, ҡабул булыуынан өмөт өҙмәҫкә тейешле. Харам эштәр тураһында доға ҡылырға ярамай – был, әлбиттә, һәр бер мосолманға билдәле.

Нисек доға ҡылырға?Нисек доға ҡылырға?
Нисек доға ҡылырға?

Доға ҡылыуҙа иң әһәмиәтле шарттарҙың береһе – ашыҡмау һәм ялҡмау. Шулай уҡ – Аллаһ Тәғәләнең сөннәтенә ҡаршы килеүсе эштәр хаҡында доға ҡылмау. Мәҫәлән, күктән алтын төшөүен, сәсмәгән ерҙән ашлыҡ үҫтереүен һорау – тейешһеҙ эш. Бәлки, әҙәпһеҙлектер. Доға мөмкин тиклем тышҡы сәбәптәр урындарына килтерелеп бөтөрөлгәндән һуң ҡылынырға тейеш.

«Джәүәмиғүл-кәлим» шәрхе» (18-се хәҙискә аңлатманан).

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас