АТАЙСАЛ
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Тәрбиә
5 Июля 2022, 08:30

Ҡорбан салырға кәрәк

Бер аят мәжлесендә мулланың ҡорбан тураһында һөйләгән вәғәзе оҡшаны. -Заманалар яҡшы, етеш йәшәйбеҙ. Йылына барыбыҙҙың да бер ҡорбанлыҡ һарыҡ һатып алыу мөмкинлеге бар. Күптәр ҡорбан салмаһаҡ та йәшәйбеҙ, тип был ғәмәлгә “бармаҡ аша ҡарай”. Ундайҙарға Аллаһ Тәғәләнең яуабы бар: ҡорбан салмаусыларҙың иң беренсе күренмәгән байлыҡтарына тейермен. Ул да булһа ата-әсә менән бала, ир-менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәтте һыуытырмын. Унда ла аңламаһалар, матдиға күсермен, -- ти. Әҙме ни арабыҙҙа балаһы менән ҡатыша алмаған ата-әсәләр, йәштәре алтмышҡа етеп айырылышҡан ғаилә парҙары? Аллаһ Тәғәләне инҡар итеү, ул ҡушҡандарҙы үтәмәүҙең касафаты ошо ла инде. Ҡорбан байрамда һуйылырға тейеш ҡорбанлыҡ менән нәҙер, әйтеү ҡорбанын бутарға ярамай. “Беҙ яңыраҡ ҡорбан салдыҡ. Байрамда һуйырлыҡ ҡорбанлыҡ һарыҡ ҡалманы, -- ти бер таныш. Һарығың булмаһа, һатып ал, аҡсаң бар бит тиһәм: Беләм, уны Аллаһ Тәғәлә үҙенән-үҙе мал ҡыҙғанғаны өсөн яза бирҙе: нәфсеһен тыя алмағанлыҡтан, ҙур суммалы аҡсаһын пирамидаға алып барып тыҡты. Бына ошо була Алла Тәғәләнең матди байлыҡҡа тейеүе. Бәғзеләр, ҡорбан салғас, табын тултырып, кеше йыйып ашатыу, аят уҡытыу тип уйлай. Был дөрөҫ түгел: бөтә талаптарын үтәп малды салдың, өс өлөшкә бүлдең, мохтаждарға, туған-тумасаңа таратып бирҙең, үҙеңә алып ҡалдың – бөттө-етте. Әгәр һин ҡала уртаһында йәшәп, һарыҡ һатып алып салдырырлыҡ мөмкинлегең юҡ икән, ҡорбанлыҡ мал күпме тора, шул суммалағы аҡсаны ниәт итеп мохтаж йәшәгәндәргә, етемдәргә бирә алаһығыҙ. Ә һеҙ уның фекерҙәре менән килешәһегеҙме? Комментарийҙар яҙығыҙ.

Ҡорбан салырға кәрәкҠорбан салырға кәрәк
Ҡорбан салырға кәрәк

 

Сибайҙа ҡайҙа ҡорбанлыҡ һатылыу, уны ҡайҙа салыу мөмкинлеге тыуҙылырыу тураһында социаль селтәрҙә мәғлүмәт ҡуйылғас, төрлө комментарийҙар яҙҙылар.

«Неприятные эти ритуалы, если честно. Руки в крови и баран», -- тип яҙҙы берәү. Ярай уның исем-шәрифенә ҡараһаң, беҙҙең милләт кешеһе түгел. Йәнгә тейгәне: беҙҙең мосолмандарҙың уның һүҙен хуплап, эйе, ҡорбан салыуға ҡаршымын, тип яҙыуҙары. Тимәк, ундайҙар Аллаһ Тәғәләгә ҡаршы. Үҙҙәре Аллаһ Тәғәләгә ышана, ә уның 5 фарыз ғәмәлдәренең береһе булған – ҡорбан салыуға ҡаршы.

…Ибраһим пәйғәмбәр улын ҡорбан итергә теләгәндә, Аллаһ Тәғәлә уға ҡорбан итеп салыу өсөн һарыҡ бирә. Шулай итеп, ҡорбан салыу йолаһы, сөннәте Ибраһим пәйғәмбәр заманынан килә. Ҡорбан салыу – ул Аллаһҡа яҡынайыу юлы. Хәленән килгән һәр бер мосолман ҡорбан салырға тейешле. “Әл-Кәүҫәр (Муллыҡ)” сүрәһендә: “...Раббыңа намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал!” (2-се аят) – тиелгән. Әлбиттә, Аллаһҡа беҙҙән ит, ҡан кәрәкмәй, әммә, Ул беҙҙең Уға нисек инанғаныбыҙҙы, ихласлығыбыҙҙы, тәҡеүәлегебеҙҙе күргеһе килә. “Әл-Хаж” сүрәһенең 37-cе аятында: “Уларҙың иттәре лә һәм ҡандары ла Аллаға һис барып етмәҫ, әммә һеҙҙән тәҡеүәлек Уға барып етер. Һеҙҙе тура юлға күндергәненә Алланы ололауығыҙ өсөн Ул уларҙы һеҙгә буйһондорҙо, ә һин яҡшы эштәр эшләгән кешеләрҙе һөйөнсөлә!” – тиелгән.

Ҡорбан итеп салынған малдың һәр өлөшө өсөн беҙ Яуап көнөндә әжер-сауабын аласаҡбыҙ, ул беҙҙе тамуҡ утынан һаҡлаясаҡ.

Ҡорбан салыу өсөн кешенең күңеле саф, йомарт, ихлас булыуы зарур. Сөнки, Раббыбыҙ ихлас ҡылынған ғәмәлдәрҙе генә ҡабул итә.

Бер аят мәжлесендә мулланың ҡорбан тураһында һөйләгән вәғәзе оҡшаны.

-Заманалар яҡшы, етеш йәшәйбеҙ. Йылына барыбыҙҙың да бер ҡорбанлыҡ һарыҡ һатып алыу мөмкинлеге бар. Күптәр ҡорбан салмаһаҡ та йәшәйбеҙ, тип был ғәмәлгә “бармаҡ аша ҡарай”. Ундайҙарға Аллаһ Тәғәләнең яуабы бар: ҡорбан салмаусыларҙың иң беренсе күренмәгән байлыҡтарына тейермен. Ул да булһа ата-әсә менән бала, ир-менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәтте һыуытырмын. Унда ла аңламаһалар, матдиға күсермен, -- ти. Әҙме ни арабыҙҙа балаһы менән ҡатыша алмаған ата-әсәләр, йәштәре алтмышҡа етеп айырылышҡан ғаилә парҙары? Аллаһ Тәғәләне инҡар итеү, ул ҡушҡандарҙы үтәмәүҙең касафаты ошо ла инде.

Ҡорбан байрамда һуйылырға тейеш ҡорбанлыҡ менән нәҙер, әйтеү ҡорбанын бутарға ярамай. “Беҙ яңыраҡ ҡорбан салдыҡ. Байрамда һуйырлыҡ ҡорбанлыҡ һарыҡ ҡалманы, -- ти бер таныш. Һарығың булмаһа, һатып ал, аҡсаң бар бит тиһәм:

-Юҡ, балаларҙы мәктәпкә кейендерергә кәрәк,--ти. Беләм, уны Аллаһ Тәғәлә үҙенән-үҙе мал ҡыҙғанғаны өсөн яза бирҙе: нәфсеһен тыя алмағанлыҡтан, ҙур суммалы аҡсаһын пирамидаға алып барып тыҡты. Бына ошо була Алла Тәғәләнең матди байлыҡҡа тейеүе.

Бәғзеләр, ҡорбан салғас, табын тултырып, кеше йыйып ашатыу, аят уҡытыу тип уйлай. Был дөрөҫ түгел: бөтә талаптарын үтәп малды салдың, өс өлөшкә бүлдең, мохтаждарға, туған-тумасаңа таратып бирҙең, үҙеңә алып ҡалдың – бөттө-етте.

Әгәр һин ҡала уртаһында йәшәп, һарыҡ һатып алып салдырырлыҡ мөмкинлегең юҡ икән, ҡорбанлыҡ мал күпме тора, шул суммалағы аҡсаны ниәт итеп мохтаж йәшәгәндәргә, етемдәргә бирә алаһығыҙ.

Мулланың фекерҙәре менән мин тулыһынса килешәм.

Ҡыҫҡаһы,  әйтер һүҙем шул: беҙ нәфселәребеҙҙе еңеп, Аллаһ юлында Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн, Уның ҡушҡандарын барыһын да эшләргә, үтәргә тырышырға тейешбеҙ.

Ҡорбанға салына торған мал һуҡыр, һыңар күҙле, сатан һәм ауырыу булырға тейеш түгел. Сөнки, беҙ бит дуҫтарыбыҙға, туғандарыбыҙға бүләк биргәндә ватыҡ, ярыҡ әйберҙәр бирмәйбеҙ, ә матур, затлы нимәләр генә бүләк итәбеҙ. Ә Бөйөк Аллаһ Тәғәләбеҙ әлбиттә иң яҡшы бүләктәребеҙгә лайыҡ, хоҡуҡлы!

Ҡорбан салыу өсөн мосолмандың тәү сиратта Аллаһ ризалығы өсөн ҡорбан килтерәм тиәгән ниәте булырға тейеш. Фарыз ҡорбанды беҙ Ҡорбан байрамында (өс көн эсендә) салабыҙ, ә башҡа ваҡытта салынған ҡорбан фарыз түгел, ә нәфел ҡорбаны тип атала.

Һарыҡты һуйған ергә алып барғанда уны типкеләргә, һуҡҡыларға, ҡурҡытырға ярамай. Шулай уҡ, башҡа һарыҡтарға күрһәтеп тә салмайҙар. Салына торған малдың күҙҙәрен бәйләп, йә ҡаплап, ҡибла тарафына ҡаратып һалып, үткер бысаҡ менән салалар. Үтмәҫ бысаҡ менән малҡайҙы интектермәйҙәр. Бисмиллаһ һәм тәкбир әйтеп, фәҡәт ғәйет намаҙынан һуң һуялар. Байрам намаҙына хәтлем салынған мал – ҡорбан булмай, ә ябай ит кенә буласаҡ. Шулай уҡ, Аллаһтың исеме әйтелмәй салынған мал хәләл булмай.

Ҡорбан салыу кешене һаран булмаҫҡа өндәй, һәм йәмғиәттә туғанлыҡ, дуҫлыҡ ептәрен нығыта, бер-береңә ярҙамсыл булырға, башҡалар менән дә бүлешергә өйрәтә. Шулай итеп, барыһы ла Аллаһ бәрәкәтенән өлөшлө булалар һәм бергә, Аллаһ Тәғәләбеҙ ҡушҡан фарыздарын үтәп, Уның ризалығына ирешәбеҙ, Уға яҡынябыҙ. Салған ҡорбандарыбыҙ ҡабул булһын! Амин!

 

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас