Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
24 Июнь 2022, 12:30

Сибай ҡалаһының "Шифа" лагерында этномайҙан сараһы үтте.

Ҡала халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге, Алтын ҡасабаһының фольклор ансамблдәре, сәнғәт колледжы ҡурайсылары, сәсәниә Асия Ғәйнуллинаның "Ағинәйҙәр" ойошмаһы күргәҙмәһе сараға йәм бирҙе, күңелдәрҙе байытты, рухландырҙы. Әйткәндәй, ағинәйҙәр Донбаста барған махсус операцияла ҡатнашҡан башҡорт хәрбиҙәренә бетеүҙәр яһап күрһәтте. Артабан түңәрәк өҫтәл алдында актуаль мәсьәләләр тураһында һүҙ алып барылды.

Сибай ҡалаһының "Шифа" лагерында  этномайҙан  сараһы үтте.
Сибай ҡалаһының "Шифа" лагерында этномайҙан сараһы үтте.

Сибай башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты этнойыйын уҙғарып, ут күршеләребеҙ Баймаҡ ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов етәкселегендәге делегацияны төп ҡунаҡ итеп саҡырҙы. Тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында уҙғарылған сара һәр кемдең күңеленә хуш килде

Сибай ҡалаһының "Шифа" лагерында  этномайҙан  сараһы үтте.
Сибай ҡалаһының "Шифа" лагерында этномайҙан сараһы үтте.
Автор:Гульдар Кадаева