АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
15 Май 2022, 09:10

Үҙҙәре лә, донъялары ла күркәм

Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында береһенән-береһе күркәм йорт һалып, матур итеп донъя көтөүсе, балалар бағыусы ғаиләләр бик күп. Шуларҙың береһе--Сәғир һәм Земфира Аҫылбаевтар ғаиләһе. Май сүлмәге тышынан билдәле тигәндәй, уларҙың йортон күргәс тә бында уңған хужалар йәшәгәне күренә. Ихатаның төҙөклөгө, күркәмлеге йорт хужаһының бөтмөрлөгөн иҫбатлаһа, өй эсенең ялтлап тороуы хужабикәнең тырышлығынан.

Үҙҙәре лә, донъялары ла күркәм
Үҙҙәре лә, донъялары ла күркәм

--Сибай ҡалаһында 21 йыл йәшәйбеҙ, Арҡайымда 2016 йылда ике ҡатлы йорт һалып сыҡтыҡ,--ти Земфира Аҫылбаева. Тайфур Сәғитов әйтмешләй, «Ғаилә-гөл үҫтерә торған һауытҡа оҡшаш, гөлдө гел генә ҡарап, ҡурсалап тормаһаң, уға йә ҡырау төшә, йә күҙ тейә…». Шуның өсөн дә ғаиләбеҙҙе һәр яҡлап һаҡларға, ҡурсаларға тырышабыҙ. Барына шөкөр итеп, риза булып йәшәйбеҙ.

Земфира ла, Сәғир ҙә Баймаҡ районының Күгиҙел ауылында тыуып, бик матур ғаиләләләрҙә тәрбиә алған.

Сәғир Аҫылбаев оҙаҡ йылда ҡаланың механизмдарҙы ремонтлау заводында эшләй. Ғаилә башлығының ҡулынан килмәгән эш юҡ. Төрлө яҡлап туғандарына өлгө, көслө, кешелекле, иғтибарлы, ярҙамсыл булғаны өсөн барыһы ла уны ихтирам итә. Хәләл ефете Земфира Башҡорт дәүләт педагогия университетынының филология факультетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 2004 йылда Сибай ҡалаһының “Тейенкәй” балалар баҡсаһында башлай. Башта башҡорт төркөмөнә йөрөүсе кескәйҙәргә әсә теле нескәлектәрен өйрәтһә, артабан тәрбиәсе һөнәрен үҙләштергән. Земфира Асылбаева 2012 йылдан “Аленушка” балалар баҡсаһында эшләй.

--18 йыл инде балалар тәрбиәләү менән булышам,--ти һәләтле педагог.-Байрамдарҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашам, тəрбиəүи эш алымдарым менəн уртаҡлашам, ата- әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш тотам, көнүҙəк темаларға асыҡ дəрестəр үткəрəм. Балаларҙың һəлəттəрен асыу, үҫтереү өсөн көсөмдө йәлләмәйем . Маҡсатым--һәләтле, ижади, белемле, рухлы, мәҙәниәтле шәхес тәрбиәләү.

Тәрбиәсе балалар менән эшләүҙән күңеленә бөтмәҫ-төкәнмәҫ кинәнес, рухи аҙыҡ алыуына һөйөнә. Быйыл Земфира Асылбаева "Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы-2022" конкурсының муниципаль этабында лауреат булып танылған. Тәрбиәләнеүселәре лә төрлө ярыштарҙа ал бирмәй. Өфө ҡалаһы хакимиәте ойошторған “Һаумы, һаумы әкиәт!” донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡортса һөйләүселәрҙең төбәк-ара конкурсында 2-се, йәш сәсәндәр бәйгеһендә 3-сө урындар яулаған. Сибай ҡалаһының мәғариф бүлеге үткәргән “Мәктәпкәсә белем биреүҙә инновациялар” ярышында 3-сө урынға өлгәшкән. Республиканың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте тарафынан ойошторолған “Ҡатын-ҡыҙ милләт әсәһе” конкурсы финалисы ла ул Земфира Асылбаева.

Педагогтар ошондай конкурстарҙа мотлаҡ ҡатнашырға, белемен генә түгел, кеше алдында сығыш яһау оҫталығын да даими камиллаштырырға тейеш, тип иҫәпләй ул.

Асылбаевтар бергәләшеп баҡса үҫтерергә, сәйәхәт итергә ярата, туғанлыҡ ептәрен өҙмәй барлыҡ яҡындары менән ҡатышып йәшәргә тырыша. Балалары ла үҙҙәренә оҡшап тырыш, уңған. Ҡыҙҙары Нурзиә Өфө дәүләт нефть-техник университеты студенты. Быйыл уҡыу йортон таламлап ҡылана диплом алырға тора. Улдары Азат 9 лицейҙа уҡый.

Бәхет, оҙон аҡса эҙләп ситкә китмәй дөрөҫ эшләй Асылбаевтар. Тыуған ерҙең ырыҫын арттырыу өсөн барлыҡ көсөн һалған татыу ғаилә үҙ миҫалында таусылар ҡалаһында ла эшләп, матур итеп йәшәп булыуҙы иҫбатлай.

 

Автор:Гульдар Кадаева