АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
30 Апрель 2022, 18:05

Бейеүсенең ҡәберенә зыярат ҡылдылар

Сибай концерт-театр берекмәһенең "Сибай" халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүселәре йәшләй генә гүр эйәһе булған Нәҙершина Гөлназ Мазһар ҡыҙының ҡәберенә зыярат ҡылып, коллегаларын иҫкә алған. Хеҙмәттәштәре мәрхүмәнең мәңгелек йортонда тәртип булдырып, ҡый үләндәренән таҙартҡан.

Бейеүсенең ҡәберенә зыярат ҡылдылар
Бейеүсенең ҡәберенә зыярат ҡылдылар

-Йәне йәннәттә, мәңгелек йоҡоһо тыныс булһын баҡыйлыҡҡа күскән дуҫыбыҙҙың! – тип яҙҙы Гөлназ Мазһар ҡыҙын юҡһынып коллегалары социаль селтәрҙә.

Бейеүсенең ҡәберенә зыярат ҡылдылар
Бейеүсенең ҡәберенә зыярат ҡылдылар
Автор:Гульдар Кадаева