АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
20 Апрель 2022, 21:40

Изге Рамаҙан айының һуңғы ун төнө

Көтөп алынған, гонаһтарҙан таҙартҡан, ғибәҙәттәр көсәйтелгән күп әжер-сауаплы изге Рамаҙан айының яртыһы үтеп тә китте. Алда бары тик һанаулы ғына көндәр. Ошо айҙың бөйөклөгөн тулыһынса аңлаған мосолман уның тамамланыуын һағышланып ҡаршы ала. Сөнки ул тап ошо көндәрҙең башҡа бер ҡасан да кире ҡайтмаҫын белә. Киләһе Рамаҙан айына тиклем кемдер йәшәмәҫкә лә мөмкин. Кемдең күпме ғүмере ҡалғанын бары тик Аллаһ ҡына белә бит. Ошо Рамаҙан айы һинең һуңғы мөмкинселегеңдер, бәлки. Шуға күрә уның ҡәҙерен беләйек. Төнгө намаҙҙар уҡыйыҡ, Ҡөрьәнгә күберәк ваҡыт бүләйек, саҙаҡалар таратайыҡ. Был айҙа ҡылынған һәр ғибәҙәт, һәр изге эш өсөн әжер-сауаптар күп тапҡырға күбәйтеләсәк.

Изге Рамаҙан айының һуңғы ун төнө
Изге Рамаҙан айының һуңғы ун төнө

Изге Рамаҙан айының һуңғы ун көнө бигерәк тә мәртәбәле, ҡәҙерле. Пәйғәмбәребеҙ (саллаЛлаһу ғәләйһи үәс-сәлләм) был көндәрҙә ғибәҙәткә бигерәк ныҡ бирелгән. Ул көндәр – бөйөк көндәр. Динебеҙҙә ир-егеттәребеҙгә һуңғы ун көндө мәсеттә үткәреү кәңәш ителә. Йәғни, ҡатыныңдан, балаларыңдан бер ни тиклем ваҡытҡа айырылып тороп, үҙеңде тик ғибәҙәткә генә бағышлау отошло. Шул рәүешле Аллаһ вәғәҙә иткән оло әжер-сауаптарға ирешергә мөмкин.

Рамаҙан айының һуңғы ун көнөнөң тағы бер ҡиммәте: шул арауыҡта Ҡәҙер төнө (ләйләтүл ҡадр) бар.
Аллаһ Тәғәлә былай ти:

“Беҙ уны (Ҡөрьәнде) бөйөк төндә (Рамаҙан айында) төшөрҙөк [төшөрә башланыҡ], һәм Беҙ (кешеләрҙе) киҫәтәбеҙ [улар өсөн нимә файҙа, нимә зыян икәнен әйтәбеҙ, рәсүлдәр ебәрәбеҙ, китаптар төшөрәбеҙ]. Ул ваҡытта (шул төндө) хикмәтле әмер бүленә (Ләүхүл мәхфүҙдән фәрештәләргә тапшырыла)[ғүмер оҙонлоғо, ризыҡ бер йыл алдан билдәләп ҡуйыла ла, аҙаҡ бер нәмә лә үҙгәрмәй]. Беҙҙең әмер менән (буласаҡ ваҡиғалар алдан билдәләнгән яҙмыш буйынса Аллаһ теләге һәм ризалығы буйынса барасаҡ. Беҙ рәсүлдәрҙе һәм пәйғәмбәрҙәрҙе, йә Пәйғәмбәр, Раббыңдың мәрхәмәте менән ебәрәбеҙ. Ысынлап та, Ул (Аллаһ) - бөтә нәмәне Ишетеүсе, Күреүсе бит” (“Әд-Духан”, 3-6).

Шулай уҡ Ҡөрьәндә был төн тураһында тотош сүрә бар:

“Ысынлап та, Беҙ (Аллаһ) уны (тотошлай Ҡөрьәнде) Ҡәҙер төнөндә (Ләүхүл мәхфүҙдән аҫҡы күккә) төшөрҙөк. (Эй, Пәйғәмбәр,) Ҡәҙер төнөнөң нимә икәнен ҡайҙан белдең (ҡайҙан ғына белә алаһың һин)? Ҡәҙер төнө мең айға ҡарағанда ла яҡшыраҡ (был төн изгелек һәм тыныслыҡ менән тулы, унда бер ниндәй ҙә яуызлыҡ юҡ. Фәрештәләр таң атҡансы төркөмләп-төркөмләп төнө буйы төшөп тора). Был төндө фәрештәләр һәм Рух (Джәбрәил фәрештә), Раббыларының рөхсәте менән, Ул ҡушҡан бөтә нәмәне үтәр өсөн төшәләр. Был төн таң атҡанға тиклем бәрәкәтле (изгелектә һәм тыныслыҡта) ҡала” (“Әл-Ҡадр”, 1-5).

Ҡәҙер төнөнөң бер нисә өҫтөнлөгө бар. Беренсенән, был төндө изге Ҡөрьән төшөрөлгән. Уға тотонған кеше был донъяла ла, Ахирәттә лә бәхетле буласаҡ. Икенсенән, кеше был бәрәкәтле төндөң бөйөклөгөн тулыһынса аңлай алмай. Шуға Раббыбыҙ шундай һорау ҡуя: “Ҡәҙер төнөнөң нимә икәнен ҡайҙан ғына беләһең һин?” Өсөнсөнән, был төн башҡа төндәргә ҡарағанда мең тапҡырға яҡшыраҡ. Ҡәҙер төнөндә ғибәҙәттә булған кеше бик күп әжер-сауапҡа ирешәсәк. Ә ул төндө йыл һайын ғибәҙәткә бағышлаған кешенең әжер-сауаптары тағы ла күберәк буласаҡ. Дүртенсенән, был төндө, Раббыларының ҡушҡанын үтәп, фәрештәләр төшә. Улар менән бергә изгелек, бәрәкәт һәм мәрхәмәт тә төшә. Бишенсенән, был төндө Аллаһ Тәғәлә Үҙенә буйһонған, ҡушҡандарын үтәгән ихлас ҡолдарын Тамуҡ утынан арындыра. Алтынсынан, Аллаһ беҙгә ошо төндөң бөйөклөгөн аңлатҡан тотош сүрә төшөргән. Беҙ уны Ҡиәмәт көнө еткәнсе уҡыясаҡбыҙ.

Ҡәҙер төнөндә фәрештәләр алдағы йылда ниҙәр буласағы тураһында мәғлүмәт аласаҡ. Уларға ләүхүл-мәхфүҙдә (тәҡдир яҙып ҡуйылған таҡта) яҙып ҡуйылған бер йыллыҡ хәлдәр хәбәр ителәсәк: был йылды кемгә күпме ризыҡ яҙылған, кем тыуасаҡ, кемдең йәнен алырға кәрәк буласаҡ һ.б.

Бына ниндәй бөйөк төн ул Ҡәҙер төнө. Шуға күрә, бар мәшәҡәттәрҙе онотоп, Рамаҙан айының һуңғы ун төнөн ғибәҙәттә үткәрергә кәрәк. Бәлки, икенсе йылға беҙгә ундай мөмкинлек бирелмәҫ.

Әбү Һурайранан (радыйаЛлаһу ғәнһү) еткерелгән хәҙис буйынса, пәйғәмбәребеҙ (саллаЛлаһу ғәләйһи үә сәлләм): “Кем Ҡәҙер төнөн, Аллаһтың әжеренә ышанып һәм өмөтләнеп, намаҙ тороп үткәрә, шуның алда эшләгән гонаһтары кисереләсәк,” – тигән. Ҡәҙер төнөндә намаҙҙы бөтәһе лә шулай эшләгән өсөн, йәки мәсеттең имамы, йә икенсе берәү ҡушҡан өсөн, башҡалар күрһен өсөн түгел, ә ихлас күңелдән Аллаһтың гонаһтарҙы ғәфү итеренә ышанып, ошо төндөң бөйөклөгөн аңлап уҡырға кәрәк.

Пәйғәмбәребеҙ (саллаЛлаһу ғәләйһи үә сәлләм) Ҡәҙер төнөн Рамаҙан айының һуңғы ун төнөндә эҙләргә ҡушҡан. Ҡәҙер төнө һуңғы таҡ һанлы төндәрҙә тигән фекер дөрөҫ тип иҫәпләнә. Йәғни, уны Рамаҙан айының 21, 23, 25, 27 йәки 29 төндәрендә эҙләргә кәрәк. Ниндәйҙер бер төндө айырып күрһәтеү дөрөҫ түгел. Сөнки был турала бер ниндәй ҙә күрһәтмә килмәгән. Пәйғәмбәребеҙ (саллаЛлаһу ғәләйһи үә сәлләм), ғөмүмән, һуңғы ун төндө көслө ғибәҙәттә үткәргән.

Билдәле булыуынса, пәйғәмбәребеҙ (саллаЛлаһу ғәләйһи үә сәлләм) Ҡәҙер төнөнөң ҡасан икәнен ҡасандыр белеүен, әммә аҙаҡ Аллаһ быны оноттороуын әйткән. Бының хикмәте ниҙә һуң? Аллаһ бит бер нәмәне лә тиктән генә эшләмәй. Аллаһ беҙҙең Уға нығыраҡ яҡынайыуыбыҙҙы, күберәк ғибәҙәттә булыуыбыҙҙы теләй. Сөнки Ҡөҙер төнөнөң бөйөклөгөнә ихлас ышанған, ошо төндө Раббыһының гонаһтарын кисереүенә өмөт иткән кеше нисек тә булһа уны ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышасаҡ. Шуға күрә ун төн эсендә ғибәҙәттәрен көсәйтәсәк, тәүбә ҡыласаҡ. Бының менән күпме әжер аласаҡ ул! Ә Ҡәҙер төнөндәге ғибәҙәте өсөн әжере тағы ла күбәйәсәк. Шуға күрә Аллаһ был төндө беҙҙең өсөн сер итеп ҡалдырған. Әгәр ҙә уның ҡасан икәнен белһәк, беҙ шул төндө генә көтөр инек, башҡа төндәрҙә ғибәҙәткә вайымһыҙ булыр инек. Бының менән бергә күп әжер-сауаптан тороп ҡалыр инек.

Бөйөк Ҡәҙер төнө башҡа төндәрҙән айырылып тора. Был төндө мосолман ниндәйҙер һиллек, иман күтәренкелеге тоя, намаҙҙарынан быға тиклем алмаған рәхәтлек ала. Ул төн бик яҡлы була. Әммә хәҙерге заманда быны аңлауы ауыр. Сөнки һәр ерҙә тиерлек төнгө ҡараңғылыҡты яҡтыртыусы лампалар бар. Ҡәҙер төнөндә йондоҙҙар ҙа, ай ҙа яҡтыраҡ балҡый, ел дә тыныс ҡына була. Ғәҙәттә, был төндө ғибәҙәттә үткәргән кеше быларҙы тоя. Йөрәктә ниндәйҙер рәхәтлек була.

Пәйғәмбәребеҙҙең (саллаЛлаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҡатыны Ғәйшә (Аллаһ унан риза булһын) унан был төндө ниндәй доға уҡырға кәрәклеген һорағас, ул былай тип яуап биргән:

“Аллаһүммә иннәкә ғәфүүун түхиббүл ғәфүә фәғфү ғәнни!” (Йә Аллаһ! Һин – ғәфү итеүсе бит. Ғәфү итергә яратаһың. Ғәфү итсе мине!).

Әлбиттә, Ҡәҙер төнөндә бынан тыш та доғалар ҡылырға кәрәк.

Рамаҙан айы бына-бына тамамланырға тора. Тимәк, Ҡәҙер төнөнә лә күп ҡалманы. Ошо изге айҙың һуңғы көндәрен һәм төндәрен бәрәкәтле итеп, Аллаһтың ризалығына ирешеп үткәрһәк ине. Раббыбыҙҙан ураҙаларыбыҙҙы һәм башҡа ғибәҙәттәребеҙҙе ҡабул итеүен һорарға онотмайыҡ.

Нәркәс Алсынбаева.

Автор:Гульдар Кадаева