Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
16 Апрель 2022, 14:20

Гимназистар һынатманы

Сибай гимназия-интернаты кадеттары Мәскәүҙә үткән 18-се Бөтә Рәсәй кадеттар йыйынында ҡатнашты. Төбәк-ара кадеттар мәҙәниәте үҙәге нигеҙендә уҙғарылған сараға гимназистарҙы етәкселәре Фәрит Харрасов оҙатып барған.

Гимназистар һынатманы
Гимназистар һынатманы

Белем усағында кадет кластары 6-сы йыл эшләп килә. Йәғни 6-сы кластан алып 9-ҡа класҡа ҡәҙәр ошо йүнәлештә махсус рәүештә икенсе сығарылыш әҙерләнә. Кадеттар үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап ҡалмай, ситкә лә сыға. Мәскәүҙә үткән сара йәштәрҙе хәрби-патриотик рухта, мәҙәни һәм физик тәрбиәләү йәһәтенән отошло, шулай уҡ йәш армия хәрәкәтен йәнләндереү ҙә төп бурыс булып тора. Уҡыусылар, етәкселәр тәжрибә уртаҡлашҡан, уҡыуҙа, спортта, ижадта, йәмәғәт эштәрендә әүҙемдәргә дәртләндереү бүләктәре тапшырылған. Йыйында илебеҙҙең төрлө төбәктәренән йәш армиясылар, хәрби-патриотик клубтар тәрбиәләнеүселәре, казак йәмғиәттәре, балалар диңгеҙ, йәштәрҙе саҡырылышҡа әҙерләү үҙәктәрендә шөғөлләнеүселәр ҙә ҡатнашҡан.

Сибай гимназистары йыйында аҙ составлы булараҡ айырылып торған. Башҡа командаларҙа кеше иҫәбе ике тапҡырға күберәк булыуға ҡармаҫтан, сибайҙар сарала уңышлы сығыш яһаған. Гимназия-интернат кадеттары “Команданы презентациялауҙа”, “Тарихи викторина”, “Тантаналы маршта үтеү” конкурстарында беренсе урын яулаған. Бынан тыш кадеттар “Стройҙы йыр менән үтеүҙә” икенсе, “Еңел атлетикала” өсөнсө урынға өлгәшкән.

 

Гимназистар һынатманы
Гимназистар һынатманы
Автор:Гульдар Кадаева