АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
10 Апрель 2022, 11:35

Һылыуҡай тажы--Наҙгөлдә!

Сибай сәнғәт колледжында "Мисс колледж 2022" гүзәллек бәйгеһе ойошторолдо. Һылыуҡай тажын кейер өсөн ҡыҙҙар төрлө һынауҙар аша үтергә тура килде.

Һылыуҡай тажы--Наҙгөлдә!
Һылыуҡай тажы--Наҙгөлдә!

Уҡыу йортонда бындай конкурс йыл һайын ойошторола. Быйылғы сарала 6 сибәркәй төрлө турҙар аша үтеп һылыуҡай тажы өсөн көрәште. Ҡыҙҙар “Мин йондоҙ” ярышында үҙҙәре менән таныштырҙы, шөғөлдәре, ҡыҙыҡһыныуҙары тураһында һөйләне. Жюри ярышыусыларҙың матурлыҡ хаҡындағы белемдәрен дә тикшерҙе, ижади һәләттәренә иғтибар итте. Иң һуңғы этапта студенткаларҙың ҡул аҫтындағы материалдарҙан, атап әйткәндә фольга йәки ҡағыҙҙан ябай булмаған образдар тыуҙырыуы бик ҡыҙыҡлы булды.

 

--Сибай сәнғәт колледжында буласаҡ артистар, рәссамдар, хореографтар белем ала. Шуға күрә ҡыҙҙар тышҡы матурлығы менән генә түгел, күңелдәренең, ижади матурлығы менән дә алдырҙы. Уларҙың һәр ҡайһыһы ярышҡа ныҡлы әҙерләнгән. Конкурс һәр ваҡыттағыса юғары кимәлдә ойошторолдо. Әйтергә кәрәк, бында сараларҙы уҙғара беләләр. Һыулыуҡайҙарҙың һәр ҡайһыһы талантлы, сағыу, әммә конкурс булғас еңеүсе була., -- тине жюри ағзаһы Виктор Тюрин.

Конкурстың бөтә турҙарын уңышлы үтеп Сәнғәт колледжы һылыуҡайы исеменә Наҙгөл Ултыраҡова лайыҡ булды.

Автор:Гульдар Кадаева