Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
7 Апрель 2022, 16:40

Аңлағанға - ишара

Рамаҙан айында паркта ике ураҙалы йәш егет ҡыуаҡтар янындағы эскәмйәлә йәшереп кенә ашап ултырыусы ҡартты күреп, мыҫҡыллы көлөп, эре ҡиәфәт менән һүҙ ҡушалар: -Бабай һеҙ ниңә ураҙала түгел? - Мин ураҙаламын! - Хм, һәм уны нисек тотаһығыҙ инде?

Аңлағанға - ишара
Аңлағанға - ишара

- Кешеләрҙән көлмәйем, уңыштарынан, байлыҡтарынан көнләшмәйем, ғәйбәт һөйләмәйем, үҙемде башҡаларҙан өҫтөн ҡуймайым, оятһыҙ һүҙҙәр әйтмәйем,
кешеләргә яҡты уйҙа, теләктәмен, Аллаһҡа зикерҙәремде әйтеүҙән бер ҙә туҡтамайым! Тик үкенескә ҡаршы, ашҡаҙаным ауырыу булыу сәбәпле, оҙаҡ ашамай тора алмайым.
-Ә һеҙ үҙегеҙ ураҙаламы һуң?- тип, һорап ҡуя ҡарт.
-Юҡ , беҙ бары ашамай ғына торабыҙ икән, -- тип оялып яуап бирә йәштәр.
Бына шулай, дуҫтар!🌼🌼🌼

Ураҙаларыбыҙ ҡабул булырлыҡ итеп тотайыҡ!
Енеллек бирһен.
Ә ниндәйҙер сәбәптәр менән тота алмайбыҙ икән, ошо ҡарттан өлгө алып изге, файҙалы ғәмәлдәр генә ҡылырға тырышайыҡ!

Интернет селтәренән.

 

Автор:Гульдар Кадаева