АТАЙСАЛ
+22 °С
Облачно
Антитеррор
Тәрбиә
18 Марта 2022, 04:00

Баймаҡ районы ағинәйҙәре мөрәжәғәте

Бик ҡатмарлы осорҙа йәшәй башланыҡ. Бөтәбеҙ ҙә сабыр һәм тыныс булайыҡ. Санкциялар тип хәүефләнмәйек, беҙ бит былай ҙа сит илдә сыҡҡан аҙыҡ-түлек һатып алыуға әүәҫ түгел инек электән. Табындарыбыҙҙы үҙебеҙҙең милли ризыҡтарыбыҙ биҙәһен, милли эсемлектәрҙән өҙөлмәйек. Сит илдекенә ҡарағанда үҙебеҙ эшләгән буҙа менән ҡымыҙ тәмле лә, файҙалы ла!

Баймаҡ районы ағинәйҙәре мөрәжәғәтеБаймаҡ районы ағинәйҙәре мөрәжәғәте
Баймаҡ районы ағинәйҙәре мөрәжәғәте

Әлеге йәшелсәләр сәсә торған ваҡыт — һуғанын да, кишер-сөгөлдөрөн дә, помидор-боросон да, кәбеҫтәнең дә әллә күпме сорттарын, картуфты ла электән күп итеп ултыртабыҙ. Быйыл да ошо матур һәм файҙалы ғәҙәтебеҙгә тоғро ҡалайыҡ. Емеш-еләк ағастары ла беҙҙә күпләп үҫә. Уларға ла иғтибар бирәйек. 

Аылдарҙа төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар өсөн “Баҡсасы”, “Сәскә үҫтереүселәр”, “Бүлмә гөлдәре үҫтереүселәр” түңәрәктәре эшен йәнләндерәйек. Унда күп балалы әсәләрҙе, үҫмер ҡыҙҙарҙы лә йәлеп итәйек. Ауыл биләмәләре араһында һәм район кимәлендә төрлө конкурстар иғлан итәйек. Йорт-ҡураларыбыҙ матур булһын, балҡып торһон.

Рәсәйҙә халыҡтар мәҙәни мираҫы йылы, тип иғлан ителеүе бик урынлы. Аауылдарҙа милли кәсептәрҙе, шөғөлдәрҙе өйрәнеүҙе, тергеҙеүҙе дауам итәйек. Уларҙы табыш алыу сығанағына әйләндерәйек. Йәш быуынға аманат итеп тапшырайыҡ.

Беҙҙең районда сауҙа нөктәләрендә бөтә төр аҙыҡ-түлек бар. Һәр береһен һайлап, һатып алырға була. Паника тыуҙырырға, халыҡтың башын болғаусыларға ышанмайыҡ, һәр ситуацияға айыҡ аҡыл һәм һалҡын ҡан аша ҡарап, түҙемле һәм сабыр булайыҡ.

Ауыр ваҡыттар үтер, тик сабырлыҡ кәрәк... Йәшенләп ямғыр яуғандан һуң һәр ваҡыт йылы ҡояш сыға.

Уйҙарыбыҙ изге, күңелдәребеҙ саф булһын, бер-беребеҙгә теләктәребеҙ пак булһын, доньялар тыныс торһон, ғәзиз балаларыбыҙ, яҡындарыбыҙ, һәммәбеҙ ҙә имен-һау, теүәл булыуҙы теләп доғаларыбыҙҙа һорайыҡ...

Мөрәжәғәт район ағинәйҙәре йыйынында ҡабул ителде.

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас