

Тәхәджүд намаҙы тураһында Ҡөрьәндә һәм хәҙистәрҙә
Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең صلى الله عليه وسلم ҡатыны Ғәйшә رضي الله عنها хәҙистәрҙең береһендә былай тигән:
“Төнгө намаҙҙы ҡалдырмағыҙ. Аллаһ Рәсүле бер ҡасан да тәхәджүд намаҙын ҡалдырманы. Ауырып китһә, йә хәле булмаһа, ултырып булһа ла уҡый торған ине”.
Аллаһ Рәсүленең ошондай һүҙҙәре билдәле:
“Нәфел намаҙҙарының иң яҡшыһы – төнөн һуң ғына уҡыла торған тәхәджүд намаҙы”.
“Әл-Исра” сүрәһенең 79-сы аятында былай тиелә:
“Нәфел намаҙҙары ваҡытында Ҡөрьән уҡып, төндөң бер өлөшөн йоҡламай үткәр. Бәлки, Раббың һине Маҡтаулы урынға күтәрер”.
“Әс-сәждә” сүрәһенең 16-сы аятында иһә ошолай тиелгән:
“Әхирәттә яза алыуынан ҡурҡып һәм Раббыһының мәрхәмәтенә өмөтләнеп, төнгө сәғәттәрен сәждәлә һәм намаҙҙа үткәргән кеше менән кафыр бер тигеҙ буламы ни?”
Тәхәджүд намаҙын уҡыусы нимәләргә ирешә?
1. Ул төрлө бәләләрҙән һәм гонаһтарҙан арыныр
2. Битендә Аллаһҡа буйһоноу эҙҙәре барлыҡҡа килер
3. Уны донъялағы хаҡ динлеләр һәм башҡа кешеләр яратыр
4. Аллаһ Тәғәлә уны аҡыл эйәһе итер, теленән тик яҡшы хәбәр генә сығыр
5. Кире терелтелеп, ҡәберҙән торғанда йөҙө нур сәсеп торор
6. Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ алдында тотҡан хисабы еңел булыр
7. Үҙенең ғәмәлдәр китабын уң ҡулына алыр.
Тәхәджүд намаҙын нисек уҡырға?
Был намаҙҙы йәстүнән һуң йоҡлап алғас, иртәнге намаҙға тиклем уҡырға була. Уны төндөң һуңғы сәғәттәрендә уҡыу яҡшыраҡ. Иң тәүҙә ниәтеңде дөрөҫләү зарур. Иң мөһим ниәт – Аллаһты бөйөкләү һәм гонаһтарың өсөн тәүбә итеү.
Унан һуң нисә рәкәғәт уҡыуыбыҙҙы ниәтләргә кәрәк. Тәхәджүд намаҙы парлап (ике рәкәғәтләп) уҡыла. Уҡыу тәртибе фарыз намаҙҙарҙы уҡыған кеүек үк. Дөйөм алғанда, рәкәғәттәр һаны икәү, дүртәү, алтау йә һигеҙ булырға мөмкин. Мәҫәлән, һигеҙ рәкәғәт тәхәджүд намаҙы уҡырға булдығыҙ икән ти. Ул сағында парлап (ике рәкәғәтләп) дүрт тапҡыр намаҙ уҡырға кәрәк була. Ике рәкәғәт уҡыған һайын намаҙҙы сәләм менән тамамлайбыҙ. Унан һуң киләһе парлы рәкәғәтте уҡырға торабыҙ.
Билдәле булыуынса, Аллаһ Рәсүле صلى الله عليه وسلم тәхәджүд намаҙы ваҡытында ун өс рәкәғәт уҡыған. Уның сөннәтенә эйәрһәгеҙ бик яҡшы. Әммә һеҙҙең өсөн был ауыр икән, күпме хәлегеҙҙән килә шунса уҡығыҙ.
Тәхәджүд намаҙын витр намаҙы менән тамамлап ҡуялар. Витрҙың рәкәғәтәре таҡ һанлы була. Йәғни, уны, мәҫәлән, бер йәки өс рәкәғәт итеп уҡырға була. Әгәр ҙә витр намаҙын йәстүнән һуң уҡып өлөгөргән булһағыҙ, тәхәджүдтән һуң ул уҡылмай.
Тәхәджүд намаҙын уҡып бөткәс, ихлас йөрәктән доға ҡылырға мөмкин. Аллаһтан нимә теләйһегеҙ, шуны һорағыҙ. Тик теләктәрегеҙ изге булһын. Доғаны сәждәгә киткән ваҡытта ла ҡылырға була. Һәр хәлдә лә, Раббыбыҙҙан гонаһтарҙы ғәфү итеүен, Әхирәттә еңеллек биреүен һорарға онотмағыҙ.
Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең صلى الله عليه وسلم киләһе хәҙисе билдәле:
“Төндөң һуңғы өсөнсө яртыһы еткәс, Аллаһ Тәғәлә күктең һуңғы ҡатына төшә лә: “Мин яуап бирһен өсөн, кем Миңә доға менән мөрәжәғәт итер? Кем, теләген үтәһен тип, Минән ниҙер һорар? Ғәфү итһен тип, кем Минән ғәфү итеүемде үтенер?” – тип әйтә.
Тәхәджүд намаҙын уҡымай ҡалһаң, нимә эшләргә?
Алдан әйтеүебеҙсә, был ғәмәл – сөннәт. Шуға күрә, төндә тора алмайынса йоҡлап ҡалһағыҙ, үҙ-үҙегеҙҙе бөтөрөп, ғәйепләргә кәрәкмәй. Уҡырға теләгегеҙ булып та, йоҡонан тора алмағанһығыҙ икән, тимәк, Аллаһ һеҙҙең өсөн был төндә йоҡоно хәйерлерәк күргән. Һәр хәлдә лә, Раббыбыҙ ниәттәребеҙҙе һәм йөрәктәребеҙгә йәшеренгән нәмәне, нимәнең хәйерле, йә хәйерһеҙ икәнен яҡшыраҡ белә.
Ошо ерҙә витр намаҙы тураһында ла әйтеп үтеү урынлы булыр. Витр иһә хәнәфи мәҙһәбе буйынса үәджиб намаҙҙарға инә. Йоҡлап ҡалып витр намаҙын уҡымай ҡалһағыҙ аҙаҡ уҡып ҡуйырға кәрәк. Йәғни, иртәнге намаҙҙы уҡырҙан алда витр уҡыйһың. Һуңынан ғәҙәттәгесә сөннәтте, һәм фарызды башҡарып ҡуяһың.
Нәркәс Алсынбаева.