

Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған. Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған сара үтте.
Билдәле булыуынса, хәҙерге заманда Ер шарында 6 меңдән ашыу тел бар. Уларҙың берәүҙәрендә меңәрләгән кеше аралашһа, икенселәрендә иһә бер-ике кеше генә һөйләшә. ЮНЕСКО Халыҡ-ара ойошмаһы тарафынан үткәрелгән тикшереүҙәр буйынса 6 меңдән ашыу телдең 40%-на яҡын арала юғалыу янай. Был исемлектә башҡорт теле лә бар. Телдәрҙең юғалыуын иҫкәртеү буйынса үткәрелгән сараларҙың береһе булараҡ, бөтә илдәрҙә Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә. Был дата ЮНЕСКО ойошмаһының 1999 йылғы ултырышында ҡабул ителә, һәм 2000 йылдан алып билдәләнә.
Һәр халыҡтың хазинаһы, моңлы йәдкәре ул – әсә теле. Туған телен ҡәҙер иткән халыҡ хөрмәтле була. Лицей уҡытыусылары ошо хаҡиҡәтте балалар күңеленә һеңдерергә тырышыу өсөн барлыҡ көсөн һала. Бында уҙғарылған һәр дәрес, һәр сара милләтәбеҙҙең абруйын арттырыуға, телебеҙҙең бәҫен күтәреүгә, рух тәрбиәләүгә ҡайтып ҡала. Башҡорт лицейында эшмәкәрлек тап шулай ҡоролорға тейеш тә.