Тәрбиә
1 Февраля 2022, 10:45

Балалар милли аш-һыу ярата

Сибай ҡалаһының “Ҡарһылыу” балалар баҡсаһы коллективы тәрбиәләнеүселәр, ата-әсәләр менән берлектә “Минең милли аш-һыуым” флешмобына ҡушылды. Әйтергә кәрәк, мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһы бындай сараларҙан бер ваҡытта ла ситтә ҡалмай.

Балалар милли аш-һыу яратаБалалар милли аш-һыу ярата
Балалар милли аш-һыу ярата

Милли аш-һыу —илебеҙҙә йәшәгән халыҡтарҙың традицион аш-һыуы. Башҡорт халҡының йәшәү рәүеше мәҫәлән үҙенсәлекле мәҙәниәтте, йолаларҙы һәм аш-һыуҙы формалаштырған: ауылдарҙа ҡышлау һәм йәйләүҙәрҙә күсмә тормош алып барыу рационды һәм аш-һыу әҙерләүҙе төрлөләндереү мөмкинлеге биргән. Милли ризыҡтарҙы популярлаштырыу һәм һаҡлау, йәш быуынды мәҙәни йолаларға ылыҡтырыу маҡсатында төбәгебеҙҙә йыл һайын “Минең милли аш-һыуым” флешмобы уҙғарыла.

Ҡаланың “Ҡарһылыу” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре был сараға башҡорт, рус, татар халыҡтарының милли ризыҡтарын әҙерләп, һәр ризыҡтың барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштырҙы.

Балалар баҡсаһы коллективы халҡыбыҙ йәшәйешенә, йолаларға, ғөрөф-ғәҙәттәргә ҡағылылышлы сараларға даими ҙур иғтибар бүлә. Сөнки тап ошондай саралар кескәйҙәрҙә ватансылыҡ тойғоһо уята, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләй.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас