АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Тәрбиә
27 Января 2022, 10:45

БЕРГӘЛӘП ҒӨБӘҘИӘ БЕШЕРГӘНДӘР

Сибай ҡалаһының мөмкинлектәре сикләнгән балаларға дистанцион белем биреү үҙәгендә ғөбәҙиә бешерҙеләр.

БЕРГӘЛӘП ҒӨБӘҘИӘ БЕШЕРГӘНДӘРБЕРГӘЛӘП ҒӨБӘҘИӘ БЕШЕРГӘНДӘР
БЕРГӘЛӘП ҒӨБӘҘИӘ БЕШЕРГӘНДӘР

26 ғинуарҙа Башҡортостан мәктәтәптәрендә “Минең милли ризығым” исемле флешмоб үтте.

Был акцияның маҡсаты балаларҙы халҡыбыҙҙың милли аш-һыуҙары менән таныштырыу, милли ризыҡтарыбыҙҙы әҙерләргә өйрәтеү һәм уҡыусыларҙы киләсәк тормошҡа әҙерләү булып тора.

Флешмобҡа Сибай ҡалаһының мөмкинлектәре сикләнгән балаларға дистанцион белем биреү үҙәге лә ҡушылды. Акцияның положенияһына ярашлы, балаларға милли аш-һыуҙы әҙерләүҙе мәктәп ашханаһында ашнаҡсы өйрәтергә тейеш ине. Шулай ҙа беҙ юғалып ҡалманыҡ. Ашхана урынына башҡорт теле уҡытыусыһы Ғәлиә Төхфәт ҡыҙы үҙенең аш-һыу бүлмәһен тәҡдим иткәс, шатланып риза булдыҡ. Оҫта ҡуллы хужабикә милли ризығыбыҙ ғөбәҙиәне бешереү буйынса оҫталыҡ дәресен үткәрҙе. Сығарылыш класы уҡыусыһы Гөлнара Кучева тырышып-тырмашып был бәлеште бешереү серҙәрен үҙләштерҙе. Бына бәлеш тә беште. Тәмле еҫ танауҙы ҡытыҡлай. Был бәлештең ҡамыры шул тиклем тәмле, ауыҙҙа ирей, ә эслеге һуң - телеңде йоторлоҡ. Ышанмаһағыҙ, үҙегеҙ бешереп ҡарағыҙ.

Ғөбәҙиә

Ҡамыр өсөн:

300 г он

100 г аҡ май

5-6 аш ҡалағы аҡ май

1 йомортҡа

1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс

0,5 балғалаҡ тоҙ

 

Эслек өсөн:

100-150 г дөгө (бешерергә)

3 бешкән йомортҡа

1 стакан йөҙөм

250-300 г ҡыҙыл эремсек

100 г май (иретергә)

4-5 аш ҡалағы шәкәр

 

Бәлеш өҫтөнә һибер өсөн:

1 аш ҡалағы шәкәр

2 аш ҡалағы он

1,5 аш ҡалағы аҡ май

 

Ҡамыр өсөн бөтә ингредиенттарҙы бергә ҡушып баҫырға ла ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға.

Дөгөнө әҙерәк тоҙ һалып бешереп, һалҡын һыу менән сайҡарға

Йомортҡаларҙы бешереп, ваҡ ҡырғыстан үткәрергә

Йөҙөмдө яҡшылап йыуып, ҡайнар һыуҙа тотоп алырға, ҡабат сайырға.

Аҡ майҙы иретергә.

 

Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп( береһе ҙурыраҡ, икенсеһе бәләкәйерәк), табаға һалырға.

1-се ҡат: ҡыҙыл эремсек

2-се ҡат: дөгө

3-сө ҡат: йөҙөм

4-се ҡат: йомортҡа

5-се ҡат: иретелгән аҡ майҙы ҡойоп сығырға

 

Бәлештең өҫтөн бәләкәй йәймә менән ябып, ситтәрен үреп сығырға. Өҫтөнә аҡ май һөртөп, сәнске менән тишергә, уртаһында ла тишек ҡалдырырға.

Иң һуңынан һибер өсөн әҙерләнгән ҡоро массаны тигеҙләп һалып сығырға180 градусҡаса ҡыҙған мейестә 40-50 минут бешерергә.

Сараны үткәреүҙә һәм фотоларҙы төшөрөүҙә күрһәткән ярҙамы өсөн уҡытыусы- дефектолог Фәнүрә Фәрит ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

 

Фәүзиә Ғүмәрова.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас