

Бөгөн зинданда бикле ултырып Ҡөръән-Кәрим уҡыһаң, иртәгә имам булып китеүең ихтимал
Аллаһ Тағәләнең ҡөҙрәте киң: ул бер ваҡытта ла үҙенә ихлас табыныусыларҙы ярҙамынан айырмай. Иманы көслөләр бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәй.
Һеҙ видеояҙмала күргән йәш тайланд кешеһе Нәфис Яҡуп Малайзияға эш эҙләп барып сыға. Үҙе ҡунып йөрөгән урындан төндә нимәлер һатып алырға урамға сыға. Юлда уны полиция туҡтатып, документтарын һорай. Малай уға үҙе менән бер нәмәһе лә булмауын әйтә.
Полиция хеҙмәткәре уны һаҡ аҫтына алғас, Нәфис законһыҙ рәүештә бында килеп эш эҙләүен белгертә. Малайҙы үҙ иленә ҡайтарып ебәреү өсөн ваҡытлыса төрмәгә бикләп ҡуялар.
Зинданда ныҡ эҫе була, иҙән дә ҡаҡ булғас, Нәфис өҫ кейемен сисеп түшәп ултыра ла ашарға килтереүҙәрен көтә. Буш ултырғансы ул Ҡөръән уҡый һәм уның сағыу тауышы тирә-яҡҡа тарала.
Янындағы полиция хеҙмәткәре уның ихлас, матур итеп аят, сүрәләр уҡыуын видеоға төшөп алып, интернетҡа һала. Шунан һуң видеояҙма йәшен тиҙлегендә бөтә тарафтарға тарала. Малай менән күптәр ҡыҙыҡһына, ул билдәле булып китә һәм уны төрмәнән сығарып Малайзия мәсеттәренең береһенә имам итеп ҡуялар. Төрлө мәрхәмәтлек фондтарынан ярҙам итәләр, төрлө наградалар тапшыралар. Әлеге ваҡытта ул Малайзияла иң билдәле имамдарҙың береһе булып иҫәпләнә.
СобханАллаһ