

Беләһең бит инде ул киленде, баштан ҡустыма өйләнмә тинек. Юҡ, алдына алғанды ҡуйманы, аламдан башҡаны белмәне. Хатта кәләшенең тәүге ҡәйнәһе шылтыратып:
--Минең баламдың башына етте. Ирҙәр менән сыуалыуын ҡуймағанға, улым ғәрләнеп муйынына элмәк элде. Һин дә шул булырға йөрөйһөңмө? – тигән.
--Апай, мин уны яратам! – шул булды яуабы.
Ҡайҙа һуң яратыуы? Ҡайҙа булған? Ғишыҡ уты бит тиҙ үтә. Бергә йәшәй башлаһаң, ғишыҡлыҡ ихтирамға әйләнә. Ихтирам, бер-береңде аңлау юҡ икән, ғаиләлә юҡ тигән һүҙ. Бына хәҙер баланы бер үҙенә тәрбиәләргә кәрәк. Уныһы ла әсәһенең ыңғайына теләһә ҡалай йөрөп боҙолоп бөткән, ипкә һалып алыуы үҙе михнәт. Шулай ҡатын-ҡыҙҙы айыра белмәгәс, ауыҙы беште. Хәҙер ул кәләш тигән һүҙҙең к хәрефен дә ишеткеһе килмәй. Төп башына ултыртып, булған донъяһын һатып, бәләкәс балаһы менән бисәһе урамда ҡалдырып китте. Яңы барған ирен дә шул хәлгә төшөрмәҫ, тимә.
Илсиә В.