АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
6 Ноябрь 2021, 16:15

Һыйлап, һыйланып алайыҡ

Оҙайлы ялдар ахырына яҡынлаша. Эш эшләп кем байыҡҡан, әйҙәгеҙ яҡындарыбыҙҙы һыйлап, үҙебеҙ ҙә һыйланып алайыҡ. Табынға нимә әҙерләйем тиһәң дә майонез кәрәк. Шуға ла беҙ һеҙҙе бөгөн майонез эшләргә өйрәтәбеҙ.

Һыйлап, һыйланып алайыҡ
Һыйлап, һыйланып алайыҡ

Магазин майонезы тәмле, әлбиттә. Әммә уның нимәнән эшләнеүен белмәгәнлектән, балаларға ашатмаҫҡа тырышам. Үҙҙәре һатып алып ҡайтһалар: “Ашамағыҙ теләһә нәмә! Эсегеҙгә йөн үҫә!” – тип ҡурҡытам. Эштә лә ҡырға сыҡһаҡ, табын артында ултырһаҡ коллегаларға шулай тип әйтеп көлдөртөп бөтәм.

Шикләнгәнгә лә гел майонезды үҙем эшләп ҡарағым килде. Ниһайәт, шәп рецепт таптым.

Һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ әле, тәмле генә килеп сыға.

Ингредиенттар:


1 йомортҡа
1 сәй ҡалағы шәкәр
1/3 сәй ҡалағы тоҙ
250 г. Көнбағыш майы
1 аш ҡалағы лимон һуты

Әҙерләү:

Ошоларҙы бер һауытҡа һалам да блендр менән туҡыйым. Бер нисә минут боғатҡандан һуң майонез килә лә сыға.


Ашығыҙ тәмле булһын!

 

Автор:Гульдар Кадаева