Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
22 Октябрь 2021, 16:35

Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк

Ҡатын-ҡыҙ менән ир-егет бер-береһе менән энергия алмашыныуҙан бер ваҡытта ла туҡтамай. Хатта улар араһында физик яҡынлыҡ түгел, платоник мөнәсәбәт кенә булған осраҡта ла. Гүзәл заттарҙың энергияһы ирҙәргә көс-дәрт бирә, уларҙы илһамландыра, ҡанатландыра, көслө, ҡыйыу итә. Ә ир-егеттәр энергияһы ҡатын-ҡыҙҙарҙы тынысландыра, һиллек тойғоһо бирә. Быға нимә сәбәпсе һуң?

Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк
Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк

Ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәргә энергияһын ул уны хәстәрләгәндә, уның хаҡында уйлағанда, уға ышанғанда бирә. Һәм, әлбиттә, ике енес бер-береһен һөйөшкәндә улар араһында канал барлыҡҡа килә, шунан ҡатын-ҡыҙ энергияһы иргә күсә. Был осраҡта гүзәл зат уға тәне менән генә түгел, йәне менән дә бирелә, уның ҡосағында тулыһынса ирей. Үрҙә хатта физик бәйләнеш булмаған саҡта ла ҡатын-ҡыҙ ир-егетте энергия менән тәьмин итә, тип әйттек. Ашарына бешерә икән, шул аш-һыу аша үҙ көсөнөң бер өлөшөн уға бирә. Тәнен һылай икән—көс бирә. Кейемен үтекләһә--уның аша ла ыңғай энергияһын ебәрә.

Ә ир-егет бурысын нисек ҡайтара һуң? Үҙенең ярҙамы, һаҡлауы, мөхәббәте аша. Берҙән-беренең матурлығына һоҡланғанда уға энергияһын бирә. Һөйөү һүҙҙәре әйткәндә, икенсе яртыһының күңеле күтәрелә. Ир-егеттәр гүзәл заттарға ваҡытын йышыраҡ бүлһә, иғтибар күрһәтһә, ҡатын-ҡыҙ бәхетлегә әүерелә. Бына ошолай ике енес бер-береһенә энергия биреп, бер-береһенә терәк, кәрәк булып йәшәй.

Автор:Гульдар Кадаева