Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
29 Август 2021, 22:45

ДОҒА КӨСӨ

Өс ҡыҙ тимер юл буйлап барғанда, ажғырып килгән ике поезд араһында ҡала. Ситтән ҡарап тороусылар уларҙың өсөһө лә үлгәндер тип уйлай. Әммә, ғәжәп, өс ҡыҙ ҙа иҫән-һау була...

ДОҒА КӨСӨ

Өс ҡыҙ тимер юл буйлап барғанда, ажғырып килгән ике поезд араһында ҡала. Ситтән ҡарап тороусылар уларҙың өсөһө лә үлгәндер тип уйлай. Әммә, ғәжәп, өс ҡыҙ ҙа иҫән-һау була.

Ҡыҙҙар янында йөрөгән шайтандар үҙ-ара бәхәсләшә башлай.

-Һин ниңә беренсе ҡыҙҙы поезд аҫтына ташламаның? - ти бер шайтан икенсеһенә.

-Ташларһың, ул иртән намаҙ уҡып, Аллаһы Тәғәлә менән килешеү төҙөп ҡуйған, уға бер нисек тә зыян эшләп булмай, - ти шайтан.

- Ә ниңә икенсеһен ырғытманың?

-Ырғытырһың. Уныһы юлға сыҡҡанда өс ҡат Аятил Көрсине уҡып сыға, тейеп булмай уға, - ти.

- Ә өсөнсө ҡыҙ ни Аллаһҡа, ни муллаға ышанмай, ниңә уны ташламаның?- тип асыулана шайтан иптәшенә.

-Уныһы шулай ҙа ул, тик ул ишектән сыҡап киткәндә әсәһе: “Балаҡайым, иҫән-һау йөрөп ҡайт, Аллаһы Тәғәлә һине рәхмәтенән ташламаһын, һаҡлап йөрөтһөн”,-тип доға ҡыла шул. Уға нисек тейеп була?-ти.

 

Балаларыбыҙ, яҡындарыбыҙ һәм үҙебеҙ ҙә доғалы, имен-һау булайыҡ!

 

 

Автор:Резеда Валиева