АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
27 Август 2021, 14:00

Ҡанаттар осҡанда нығый

Шәйехзада Бабичтың шиғырын ошоғаса бер ҡайҙа ла, бер кемдең ауыҙынан да сыҡмағанса итеп яңғыратып, тамашасыны ла, талапсан жюри ағзаларын да үҙенә генә хас аһәңе менән таң ҡалдырғайны. Хас Бабич кеүек, ысын шағирҙарса яңғыратты ул шиғырҙы, таланты менән йөрәктәрҙе тетрәтте, күңелдәрҙе арбаны. Уға ҡарап һоҡланмаған кеше ҡалманы. Йондоҙ тыуҙы, тип тел шартлатты һәр кем. Кем һуң ул йондоҙ? Сайтҡа инеп уҡығыҙ.

Ҡанаттар осҡанда нығый
Ҡанаттар осҡанда нығый

Ата-әсәләр һәм уҡытыусылар, үҙҙәренең ҡошсоҡтарын осошҡа әҙерләгәндә, барыһын да эшләнекме, әйтер һүҙҙе әйттекме, дөрөҫ юл-юҫыҡ күрһәтә алдыҡмы?--тип борсола. Йөрәк ярып сыҡҡан балаң, күңел һәм рухи емешең өсөн борсолмай сара ла юҡ.

...2015 йылда булды был хәл. “Халҡым өсөн” тип аталған район-ара шиғырҙы яттан һөйләүселәр бәйгеһендә Йылайыр районы Йылайыр ауылының Ш.Бабич исемендәге гимназияһы уҡыусыһы, 12 йәшлек Айтуған үҙенең ихласлығы,башҡарыу оҫталығы менән барыһын арбап, Шәйехзада Бабичтың шиғырын ошоғаса бер ҡайҙа ла, бер кемдең ауыҙынан да сыҡмағанса итеп яңғыратып, тамашасыны ла, талапсан жюри ағзаларын да үҙенә генә хас аһәңе менән таң ҡалдырғайны. Хас Бабич кеүек, ысын шағирҙарса яңғыратты ул шиғырҙы, таланты менән йөрәктәрҙе тетрәтте, күңелдәрҙе арбаны. Уға ҡарап һоҡланмаған кеше ҡалманы. Йондоҙ тыуҙы, тип тел шартлатты һәр кем.

Үҫмерҙең артабанғы яҙмышын күрәҙәлек итеү кәрәкмәй ине--яңы ролдәр, яңынан-яңы үрҙәр, сәхнәләр, тамашасылар... Айтуған халыҡ театрының үҙ кешеһе булып, хатта әллә нисә йылдар сәхнәнән төшмәгән һәүәҫкәр артистарға ҡайһылайыраҡ сығыш яһарға, тәғәйен һүҙҙе нисегерәк әйтергә икәнлекте әйтеп-өйрәтеп, сәнғәт донъяһына башкөллө сумды ла ҡуйҙы. Педагогтар ҙа, үҫмерҙе яҡындан белеүселәр ҙә Айтуғандан бына тигән артист сыға, тине.

Айтуған төрлө кимәлдәге конкурстарҙа уңышлы сығыш яһап, яңынан-яңы үрҙәр яуланы, исеме баҙығайҙы, таланты үҫте. Һүҙ бәҫен йөрәге менән тойған, һүҙ ҡеүәһенә эйә булған үҫмер республика, район кимәлендәге ижади бәйгеләрҙә ал бирмәне. Бөтә Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙа тарих, әҙәбиәт, йәмғиәт фәндәре буйынса ҙур уңыштар яуланы, ғилми-тикшеренеү эштәре менән дә үҙен танытты ул.

Бынан тыш, муниципаль кимәлдәге “ Президент ярыштары” күпкөрәшендә, ГТО тапшырыу ярыштарында ла һынатмаҫ спортсы, ЮНЕСКО линияһы буйынса үткәрелгән бихисап конкурстарҙың еңеүсеһе булды.

Республика кимәлендәге балалар араһында "Ҡош юлы" телевизион конкурсында, Бөтә Рәсәй “Йәшлек-шоу” конкурсында ла көсөн һынап ҡараны. Был сығыштары уның талантын тағы ла сағыуыраҡ итте.

“ Бөтәһе лә яҡшы буласаҡ!”--тиергә ярата Ш.Бабич исемендәге гимназияның 2021 йылғы сығарылыш класы уҡыусыһы Айтуған һәм ошо әйтемде үҙенең тормош девизы итеп алған. Ул аралашыусан, тиҫтерҙәрен үҙ артынан эйәртә алыу һәләтенә лә эйә. Ныҡышмал холҡо, ихтыяр көсө, кешелекле, кеселекле булыуы арҡаһында ниәт иткән һәр эшен аҙағына алып барып еткерә, матур һөҙөмтәгә ирешә ала.

Айытҡоловтарҙың ижади ғаиләһендә башҡаса булып булмайҙыр ҙа. Алмас ағаһы вокал менән мауыҡһа, Айсыуаҡтары бейеүгә маһир. Егеттәрҙең әсәйҙәре Гөлсәсәк Хәсәнова ла моң эйәһе, ул бик матур йырлай. Йылайыр районында етди вазифа—мәғариф бүелеге етәксеһе дәрәжәһен биләһә лә, ябайлығы, кешелеклеге менән ихтирам ҡаҙанған шәхес.

Айтуғандың атаһы--Әхмәт Әүхәҙи улы, үкенескә күрә, фани донъянан баҡыйлыҡҡа бик иртә китеп барҙы. Ул да республикала билдәле шәхес, ҡурайсы, режиссер булды, заманында Йылайыр районының мәҙәниәт бүлеген етәкләне. Нәҡ ошондай йырлы-моңло, ижади мөхиттә тәрбиәләнгә лә сәнғәт тип мөкиббән киткән Айтуғаныбыҙ Башҡорт дәүләт педагогия университетының музыка бүлегенә уҡырға инде.

Аҡ юлдар, имен осоштар насип булһын һиңә, ҡәҙерле уҡыусым! Республика сәнғәте күгендә яҡты йондоҙ булып балҡырыңа өмөт ҙур. Ҡанаттар осҡанда нығыныуын онотма.

Альбина Өмөтбаева.

Йылайыр районы.

Йылайыр ауылы.

Ҡанаттар осҡанда нығый
Ҡанаттар осҡанда нығый
Автор:Гульдар Кадаева