Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
16 Август 2021, 19:30

"Тишек кәмәгә" терәне Инкрузес

“Атайсал” гәзитендә Финико пирамидаһы тураһында мәҡәлә уҡыным да, минең хәлем күпкә ҡатмарлыраҡ булыуына төшөндөм. Мутлашыусылар тоҙағына эләгеүсе ҡәрҙәштәрем аҡсаларынан ғына ҡолаҡ ҡаҡҡан, ә мин шундай мәсекәйҙәр арҡаһында аҡсанан тыш, ҡатынһыҙ ҙа, балаларһыҙ ҙа, торлаҡһыҙ ҙа тороп ҡалдым...

"Тишек кәмәгә" терәне Инкрузес
"Тишек кәмәгә" терәне Инкрузес

Эйе, эйе, тап шундай уҡ мәсекәй пирамида тишек кәмәгә ултыртты беҙҙе. Тишек кәмә тиһәң, ныҡ кәмһетеү булыр -- иҫ китмәле шәп лайнер ул, ҙур, иркен, ялтырауыҡлы, зауыҡлы, “Титани”гың ары торорлоҡ ул Инкрузестың судноһы. Шул лайнерға ултырып Урта диңгеҙ буйлап сәфәргә сығып китте лә ҡатыным ҡайтманы... Үҙе ҡайтты ул, аҡылы ҡайҙалыр Испания тапҡырында аҙашып ҡалған. Юғиһә, шул тарафтан өй алам тип Башҡортостанда ипотекаға алынған фатирына айлыҡ кредитты түләүҙән туҡтамаҫ ине.

Һөйләйемме баштан?!

Беҙ ябай башҡорт ғаилһе, кәләшем менән яратышып өйләнешеп, уның тыуған яғында төпләндек. Юғары белемле кешегә эш табылды: ҡаланың уҡыу йорттарының береһенә уҡытырға барҙы. “Ир кеше оҙон аҡса эшләй инде, Себергә кит, шунһыҙ күтәрелә алмаҫбыҙ,”-- тигәс, уның һүҙен йыҡманым, вахта ысулы менән эшкә киттем. Балалар ваҡ, етмәһә ҡәйнәм менән ҡайным ҡараша. Башта ятаҡта бүлмә алып торһаҡ, бер йыл эшләгәс, ипотекаға фатир алдыҡ. Фатир алмаҫ борон бурыстар булмағас, бер ай эшләйем дә, бер ай өйҙә булам, балаларҙы ҡараша инем, кредит түләгәс, Себерҙә оҙағыраҡ ҡалып, өҫтәмә килем эҙләнем. Картам кәләштә, аҡса күпме кәрәк шунда сисеп ала, рәхәтләнеп тотона. Ярай, йәшәргә кәрәк, өс балаға аҡса китә инде, тип мин аҡса яғын бөтөнләй ҡыҫманым. Бер вахтанан ҡайтһам, кәләшем:”Тиҙҙән беҙ байыясаҡбыҙ. Мин бер шәп компанияға индем. Аҡса ла эшләп була, сәйәхәт итеп тә була. Тағы сит илдән шикарный йорт һатып алыу ҙа бер ни тормаясаҡ!—тип һайрай ғына. –Үҙең инәһең компанияға, артыңдан 3 кеше ҡуйып бараһың, шулай селтәр йәйелә лә һин лидер булараҡ иң өҫкә барып сыҡһаң, әйләнеп сыҡҡыһыҙ бай булаһың! Нимәгә беҙгә бында ыҙалап йәшәү. Испанияға күсеп китәбеҙ!”

Ысынлап та, матур һөйләй кәләш, ҡулынан килә икән, әйҙә эшләһен, башҡаларҙы йәлеп итһен, хәҙер ни заманаһы шул тип, мин уның шөғөлөнә ҡаршы төшмәнем. Аҡса эшләп торҙом, круиз круиз менән, Испанияға китер алдынан бындағы милеккә аҡсаны түләп бөтәйек, ипотеканы суммаһын күмәртәләп түләй тор тип 100-әр меңләп аҡса ебәрә торҙом. Ҡайһы ваҡыт аҡса мулыраҡ саҡта ипотека иҫәбенә үҙем дә һалып барҙым. Тормош шулай дауам итте, балалар үҫә төштө, беҙ һаман икебеҙ ике башта аҡса эшләнек. Ҡатыным эшенән сығып тороп бизнесҡа тотондо. Үҙе ҡыҙым менән ике мәртәбә круизға барҙы, миңә лә лайнерҙа сәйәхәт итеү бәхете тейҙе. Шәп бит минең кәләш! Кемегеҙ компания иҫәбенә Дубайҙы күргәне бар әле!

Әммә әкиәти тормош оҙаҡ дауам итмәне. Сәйәхәттән ҡайтып үҙ фатирымда рәхәтләнеп йоҡлап ятһам, банктан шылтыратар:

--Круиз башлана ла бөтә, ә торлағыңда йәшәйһең, уңайлы шарттар өсөн түләргә кәрәк,--ти банк хеҙмәткәре. Улай уҡ тимәй инде, әммә минең ҡолаҡҡа шулай ишетелде.

Нисек инде түләргә? Ниндәй бурыс? Беҙ тейешле сумманы индереп барабыҙ. Хатта бер нисә тапҡыр ҙур күләмле түләүҙәр яһаныҡ,--тием.

--Эйе, һеҙҙең иҫәптә быға ҡәҙәр бер аҙ сумма ятты. Һуңғы арала беҙ шул сумманан алып айлыҡ түләүҙәрегеҙҙе ҡаплап барҙыҡ. Әле һеҙҙең иҫәп буш. Ҙур күләмле иғәнә индергәнеҙ юҡ,-- тине лә трубканы һалды. Банкка барҙым, тикшерттем, ҡаңғырҙым, бурҙар, мутлыҡ ҡылаһығыҙ тип әрләшеп бөттөм. Баҡтиһәң, ҡараҡ үҙебеҙҙең өйҙә булған: аҙаҡҡы йылдарҙа мин ебәргән ярты миллион һум тирәһе аҡса Инкрузес компанияһына йүнәлтелгән. Башлыса 100-әр меңләп ебәрә инем, кәләш шул аҡсаны 30-ар меңгә бүлеп артынан 3 кеше ҡуйыуға тотонған. Етмәһә, торлаҡ-коммуналь түләүҙәрҙе ваҡытында түләмәй бурыс йыйған. Өҫтәүенә, үҙе кредитҡа батҡан. Вәт, һиңә круиз! Вәт һиңә Испания! Вәт һиңә селтәр, структура!

Аптыраным, алйыным, кәләште елтерәттем. Бер юлы ҡайны менән ҡәйнәғә лә эләкте. Улар белә тороп мине алдаған. Ҡыҙҙары нимә менән шөғөлләнеүен бит улар күреп, белеп йөрөгән! Һөҙөмтәлә кәләш өсөн бөтә каналдарҙы яптым, вахтаға эшкә китмәнем. Быным ситлектәге ҡош һымаҡ ҡаңғыра, өйҙә иреш-талаш, берәүгә лә тынғылыҡ юҡ. Хатта балалар: “Атай, һин ҡасан эшкә китәһең ул? Әҙерәк тыныс йәшәп ҡалыр инек,-- ти башланы. Ә кәләш! Ул бөтөнләй аҙған икән! Мин ишектән сығармағас, тәҙрәнән сығып ҡаса башланы. Сығып китә лә юҡ була ла ҡуя. Шунда бының уйында ғаилә булмауын аңланым. Мин эштә булғанда тиген йөрөмәгән быным, йәш егеткә әүрәп киткән...

Ҡалайтайым, балаларҙы ҡәйнәм ҡарайым тигәс, тағы Себер сығып киттем. Аҡса хәҙер үҙемдә, ҡатын бер аҙ түҙҙе лә балаларға тип аҡса һорай башланы. Ул элекке кеүек ир үҙе өйҙә булмаһа ла аҡсаһы ҡойолоп килеп тора тип уйланы. Һәйбәт тә инде, өйҙә лә юҡ, аҡса ла ебәрә. Юҡ инде, аҡыл булды бит, ипотеканы үҙем түләйем. Балаларҙан шылтыраттырып аҡса һората ҡатын. Йә булмаһа ҡәйнәм һорай. Балаларға тип кенә тейешле күләмдә генә ебәрәм, Инкруизға юҡ. Инкруизы ла күптән юҡ инде, 100-әр меңләп аҡса индереп тормағас, уларҙан да кәләштән баш тартҡан.

Әле алиментҡа биргән, балаларға тигәндә түләйем. Ҡатын шылтыратып йыш тиргәшә: өс баланы ҡалдырып миңә үҙең рәхәт йәшәйһең, бисәләр менән теттерәһеңдер инде ти. Хатта рәхәт йәшәйем: үҙ фатирым юҡ, кешелә торам. Шул уҡ ваҡытта ярты эш хаҡым алиментҡа, яртыһы ипотека түләүгә китә. Хатта лафа! Өс балалы, бурыслы иргә ниндәй бисә ҡараһын!

Ошо тормошто үҙе теләне лә хәҙер мин ғәйепле. Әллә минең дә үҙ фатирыма ҡайтып бот күтәреп ял иткем килмәй тиһегеҙме? Балаларымдың үҫкәнен күргем килмәй тиһегеҙме? Көнө-төнө шуларҙы уйлап башым ҡата. Миңәме рәхәт?!

Шулай иптәштәр, Инкрузес лайнерының төбө тишек икән... Ниндәйҙер пирамидаларға аҡса индерер алдынан уйлағыҙ: минең кеүек тишек кәмәлә ултырып ҡалмағыҙ. Тормош диңгеҙе ай-һай тәрән, батһаң кире сығып алыуҙары бик ҡыйын.

Сәләм менән Б.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Гульдар Кадаева