Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
28 Май 2021, 10:00

Бала Карлсон түгел

Баланы аҙым һайын хәүеф-хәтәр көтөп торауын бер ваҡытта ла иҫтән сығарырға ярамай. 24 майҙа күп ҡатлы йорт фатиры тәҙрәһенән 10 метр бейеклектән бала йығылып төшкән. Бәхеткә күрә, сабый иҫән ҡалған, әммә ауыр тән йәрәхәттәре алған. Әлеге ваҡытта уның ғүмере өсөн табиптар көрәшә.

24 майҙа күп ҡатлы йорттоң 4-се ҡатынан 2 йәшлек бала ҡолап төшкән. Сабый әлеге ваҡытта ауыр тән йәрәхәттәре алып ҡала дауаханаһының реанимация бүлегендә ята.
Баланы аҙым һайын хәүеф-хәтәр көтөп торауын бер ваҡытта ла иҫтән сығарырға ярамай. 24 майҙа күп ҡатлы йорт фатиры тәҙрәһенән 10 метр бейеклектән бала йығылып төшкән. Бәхеткә күрә, сабый иҫән ҡалған, әммә ауыр тән йәрәхәттәре алған. Әлеге ваҡытта уның ғүмере өсөн табиптар көрәшә.
--Сабыйҙың хәле ауыр. Ул яһалма үпкә вентиляцияһына тоташтырылған. Диагноз ҡуйылды, санитар авиация табиптары консультация үткәрҙе. Дауалауҙы республика балалар клиникаһы табиптары менән кәңәшләшеп дауам итәбеҙ. Әлегә ул беҙҙең дауаханала бағына,--ти үҙәк дауахана баш табибының педиатрия буйынса урынбаҫары Фирүзә Аҡбулатова.
Фажиғә тураһында интернет селтәрҙәрендә яҙмалар күп сыҡты. Билдәле булыуынса, баланың әсәһе сабыйын 63 йәшлек олатаһына ҡарамағына ҡалдырып, эш буйынса сыҡҡан. Әммә оло кеше баланы бағыр урынға спиртлы эсемлек эсеп, көн эҫе булғанлыҡтан тәҙрәне асып ятып торған. Эскән кешенең күҙе шундуҡ эленгән. Ҡатын фатирына инһә, атаһы йоҡлап ятыуын, тәҙрәнең асыҡ булыуын күрә һәм балаһын таба алмай. Тышҡа ҡараһа, сабыйы ерҙә ултыра. Осраҡлы үтеп барған кеше уларҙы дауаханаға илтеп ҡуя.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Москит селтәренә ышанып, асыҡ тәҙрә янында балағыҙҙы ҡалдырмағыҙ. Кескәйҙәр уға ышанып таяна һәм ҡолап төшә. Тәҙрәләрегеҙҙе бикле тотоғоҙ, балаларығыҙҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
Фото Сибай телевидениеһы төркөмөнән