АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
26 Май 2021, 18:00

Ҡулдарында төҫтәр уйнай

—Сибай сәнғәт колледжы өлкән улыбыҙ өсөн ҙур мөмкинлектәр асты. Ҡазаланғас илай-илай ҡабаттан һүрәт төшөрөргә өйрәнде. Тыңламаған ҡулын эшкә екте, аяҡтарын һыҙлата-һыҙлата саҡрымдар үтеп уҡыу йортона йөрөнө. Аллаға шөкөр, үҙ-үҙенә талапсан булыуы, физик етешһеҙлектәрен юҡҡа сығарҙы: хәҙер ҡулдарында бумалалар уйнап тора, аяҡтары йөрөй, үҙ йүнен үҙе күрә. Улай ғына ла түгел, БДУ-ның Сибай институтында уҡый. Киләсәктә ул үҙен дизайнер-программист итеп күрә. Колледж етәкселегенә, уҡытыусыларға ҙур рәхмәт! Һеҙ Сыңғыҙға һалған ижад оролоҡтары емеш бирә башланы. Уның уңышы мул булырына ышанам!--ти йәш рәссамдың әсәһе Айһылыу Зиннәт ҡыҙы.Мәҡәләнең тулы вариантын сайттан инеп уҡығыҙ.

Ҡулдарында төҫтәр уйнай
СИБАЙ СӘНҒӘТ КОЛЛЕДЖЫНДА СЫҢҒЫҘ МОЗАФАРОВТЫҢ
“КҮҢЕЛ ПАЛИТРАҺЫ. ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ. ГРАФИКА” ШӘХСӘН КҮРГӘҘМӘҺЕ АСЫЛДЫ.
ҠАСАНДЫР ҮҘЕ ОШО УҠЫУ ЙОРТОНДА БЕЛЕМ АЛҒАНДА УЛ ИЖАДИ ЭШТӘРЕН БЕР НИСӘ ТАПҠЫР КҮРГӘҘМӘГӘ ҠУЙҒАН.
БДУ-ның Сибай институтының ғәмәли математика бүлеге студенты булып киткәс иһә тырыш егет оло сәнғәткә юл асҡан изге урынға ижадының яңы өлгөләрен теҙгән.
Әйткәндәй, тап һүрәт төшөрөүе, һынлы сәнғәт менән ҡыҙыҡһыныуы уны аварияға эләгеп, ауыр йәрәхәттәр алғандан һуң, тормошҡа яңынан яраҡлашыуға ҙур этәргес көс бирә. Сыңғыҙ балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк һүрәт төшөрөү менән мауыға, һынлы сәнғәт мәктәбенә йөрөй. Уҡырға барғас та өҫтәмә белем биреү учреждениеһында шөғөлләнеүен дауам итә. Ата-әсәһенең, ҡустыһы, һеңлеһенең һөйөүенә төрөнөп, баш бала булып буй еткереп килгән Сыңғыҙ күмәк спорт сараһында ҡатнашып ҡайтып килгәндә һәләкәткә осрай: ҡала урамы аша үткәндә шәп тиҙлек менән килгән автомобиль уны бер түгел ике тапҡыр бәрҙерә. Был хәл 2012 йылда була. Малай үлеп терелә, тулыһынса хәтерен юғалта, кәүҙәһенең яртыһы уны бөтөнләй тыңламай...
Әммә төшөнкөлөккә бирел-мәй ул. Ҡәҙерле кешеләренең ярҙамы менән 9-сы кластан һуң Сибай сәнғәт колледжының һын-лы сәнғәт бүлегенә уҡырға инә.
—Сыңғыҙ ҡыҙҙар араһында берҙән-бер егет булды. Уҡыу еңелдән бирелмәне, шулай ҙа башҡаларҙан ҡалышманы. Һүрәттәре уҡыу йортонда ойошторолған күргәҙмәләргә ҡуйылып торҙо,—ти Сибай сәнғәт колледжының һынлы сәнғәт бүлеге уҡытыусыһы Червон Хисаметдинов.—Әле күргәҙмәгә ҡуйылған картиналары шәп, ул кешенең кәйефен тота белә. Хатта ҡайһы бер эштәре бөгөндән үк республиканың йәш рәссамдар күргәҙмәһенә ҡуйырлыҡ.
Червон Насретдин улының һүҙҙәрен уҡытыусыһы Фәнүзә Ишмөхәмәтова ҡеүәтләне:
—Сыңғыҙҙы балалар баҡсаһынан беләм. Бик һәләтле егет. Йәш кешенең күргәҙмәгә ҡуйған һүрәттәрендә ҡыҙҙар портреттары күберәк урын алған. Пейзаждары шәп. Тәбиғәтте күңеле менән тоя һәм матурлыҡты сағылдыра белә. Картинаһы һайын болоттар бар. Күптәр болоттарҙы дөрөҫ төшөрә белмәй. Сыңғыҙ күк йөҙөн һүрәтләүҙән ҡасмай, уларҙы ижадында ныҡлы ҡуллана һәм шуның менән алдыра,—ти Фәнүзә Ирек ҡыҙы күргәҙмәләге эштәргә һығымтаға яһап.—Минең ҡул аҫтында эшләгән диплом эше айырым иғтибарға лайыҡ. Блокадалы Ленинградта Шостаковичтың етенсе симфонияһы триптихын Сыңғыҙ былтыр Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланы. Оҫта килеп сыҡты, афарин, Сыңғыҙ! Ошо юлыңдан тайпылма!
Сыңғыҙ Мозафаровтың беренсе шәхсән күргәҙмәһен асыу тантанаһында уның әсәһе Айһылыу Зиннәт ҡыҙы ла ҡатнашты.
—Сибай сәнғәт колледжы өлкән улыбыҙ өсөн ҙур мөмкинлектәр асты. Ҡазаланғас илай-илай ҡабаттан һүрәт төшөрөргә өйрәнде. Тыңламаған ҡулын эшкә екте, аяҡтарын һыҙлата-һыҙлата саҡрымдар үтеп уҡыу йортона йөрөнө. Аллаға шөкөр, үҙ-үҙенә талапсан булыуы, физик етешһеҙлектәрен юҡҡа сығарҙы: хәҙер ҡулдарында бумалалар уйнап тора, аяҡтары йөрөй, үҙ йүнен үҙе күрә. Улай ғына ла түгел, БДУ-ның Сибай институтында уҡый. Киләсәктә ул үҙен дизайнер-программист итеп күрә. Колледж етәкселегенә, уҡытыусыларға ҙур рәхмәт! Һеҙ Сыңғыҙға һалған ижад оролоҡтары емеш бирә башланы. Уның уңышы мул булырына ышанам!
Һәләтле егетте беренсе шәхсән күргәҙмәһе менән ҡотларға шулай уҡ уның курс-таштары ла килде. Уларҙың һәр ҡайһыһы егеттең ижадына бәйле фекерҙәрен әйтте, алға китеш, үҫеш булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.