АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
16 Май 2021, 11:00

Ҡотло булды “Иман нуры”

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылының "Жәмиғ" мәсетендә балалар араһында Ҡөрьән сүрәләрен ятлау буйынса "Иман нуры" ярышы уҙғарылды.Беренсе тапҡыр ойошторолған сарала Йәнтеш, Мәмбәт, Ивановка, Подольск, Аҡъяр һәм башҡа ауылдарҙан йәш бәйгеселәр абруйлы жюри алдында һынау тотто.Дауамы сайтта.

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылының "Жәмиғ" мәсетендә балалар араһында Ҡөрьән сүрәләрен ятлау буйынса "Иман нуры" ярышы уҙғарылды.
Беренсе тапҡыр ойошторолған сарала Йәнтеш, Мәмбәт, Ивановка, Подольск, Аҡъяр һәм башҡа ауылдарҙан йәш бәйгеселәр абруйлы жюри алдында һынау тотто.
Яттан Ҡөръән сүрәләрен һөйләү, уларҙың йөкмәткеһен белеү, Ислам донъяһына ҡағылышлы һорауҙарға яуап биреүҙә балалар һынатманы. Конкурс йәш быуынды Ислам тәғлимәтендә тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Балалар сүрәләрҙе уҡып, дини әҙәбиәтте өйрәнгән саҡта Ислам тәғлимәте менән дуҫтарын, туғандарын, ата-әсәһен таныштыра, уларҙы ҡыҙыҡһындыра. Диндәге тәрбиә башланғыстарын ҡулланыу насар ғәҙәттәрҙән ситтә тороуға, йәмғиәттең рухи яҡтан сәләмәт үҫешенә булышлыҡ итә. Бәйге положениеһына ярашлы рәүештә, еңеүселәр бер нисә йәш категорияһында билдәләнде.
Иманлы балалар бер ваҡытта ла насар юлға баҫмай, башҡаларҙы йәберләмәй, шайтан ҡотҡоһона бирелмәй, террор, экстремизмға бармай. Ҡазан фажиғәһе ҡабатланмаһын тиһәк, ошо юлдан тайпылмайыҡ.