АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
15 Май 2021, 17:00

Бала ҡайғылары күрһәтмәһен

Системаның көрсөккә килеп етеүен аңлата был фажиғә. Полюстар алмашынды: аҡ менән ҡара, изгелек менән яуызлыҡ, бай менән фәҡир, мәңгелек ҡиммәттәр менән алдаҡ ялтырауыҡ, иман менән дәһрилек. Кеше үҙе лә аңламай, система төшөргән кәлейәнән сыға алмай, донъя тип саба. Сапмаҫ ине, шулай кәрәк. Атайҙар ғаиләнән айырып, ҡырға аҡса һуғырға ебәрелде, әсәйҙәр икеһе өсөн саба, баланың күҙенә ҡарарға ла ваҡыты юҡ, ваҡыты булһа, телефоны ҡәҙерлерәк.Өләсәй, ҡәртәсәй, ҡартатайҙар элекке түгел, улар әкиәт һөйләмәй, йомаҡ ҡоймай, арҡаларынан һыйпамай, кәрәк урынында бора семтеп ебәрмәй. Оло кеше оло була белмәгән заман. Йәштәргә аҡыл биреп, сабырлыҡҡа өйрәтеп ултырыр ололар киреһен эшләй. Йәштәргә тормош һабағы бирер кешеләр йәштәрҙең башын ашай.Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Ләлә Рафиҡованың Татарстанда булған фажиғәғә бәйле фекеренең тулы вариантын сайтҡа инеп уҡығыҙ.

Ҡаҙан фажиғәһе тураһында яҙырға йөрәк етмәй тик тора. Үҙем ошоға тиклемге ғүмеремде мәктәптә үткәргән кеше, кисерештәремде аңлатырлыҡ һүҙ таба алмайым. Бала ҡайғылары күрһәтмәһен, тигән ҡәртәсәйҙәремде аңлайым. Әсәйем шул ҡайғыларҙы башынан үткәрҙе, әле лә 43 йыл элек фажиғәле китеп барған Салауатыбыҙҙы һөйләгәндә күҙ йәштәрен тыя алмай.
Системаның көрсөккә килеп етеүен аңлата был фажиғә. Полюстар алмашынды: аҡ менән ҡара, изгелек менән яуызлыҡ, бай менән фәҡир, мәңгелек ҡиммәттәр менән алдаҡ ялтырауыҡ, иман менән дәһрилек. Кеше үҙе лә аңламай, система төшөргән кәлейәнән сыға алмай, донъя тип саба. Сапмаҫ ине, шулай кәрәк. Атайҙар ғаиләнән айырып, ҡырға аҡса һуғырға ебәрелде, әсәйҙәр икеһе өсөн саба, баланың күҙенә ҡарарға ла ваҡыты юҡ, ваҡыты булһа, телефоны ҡәҙерлерәк.
Өләсәй, ҡәртәсәй, ҡартатайҙар элекке түгел, улар әкиәт һөйләмәй, йомаҡ ҡоймай, арҡаларынан һыйпамай, кәрәк урынында бора семтеп ебәрмәй. Оло кеше оло була белмәгән заман. Йәштәргә аҡыл биреп, сабырлыҡҡа өйрәтеп ултырыр ололар киреһен эшләй. Йәштәргә тормош һабағы бирер кешеләр йәштәрҙең башын ашай.
Мәктәп хәҙер шулай уҡ тормозһыҙ юлға сығарып ебәрелгән поезд кеүек. Ултырып өлгөрһәң, өлгөрәһең, шул тиҙлеккә күнһәң, күнәһең, күнмәһәң, осоп төшөп ҡалаһың. ЕГЭ, ОГЭ, ФГОС һәм башҡа үҙгәртеүҙәр бала файҙаһына түгел, уйлау һәләтен юҡҡа сығара, биоробот әүәләй. ЕГЭ балаларҙың тәбиғәтенә ҡаршы килә, шуға балалар төпкө аң кимәлендә ҡарыша, уҡытыусы менән бала баррикаданың ике яғында тороп та ҡуя. Ҡайһы бала ҡул һелтәй, ҡайһыныһы үлә - бата тырышҡан була инде. 11-се класс балаларын күрегеҙ- ап-аҡ, төҫһөҙ, кәйефһеҙ.
Их, ҡайҙа һуң элекке система, тиһең дә ул, поезд үтеп киткән!
Китап уҡыу юҡ, уның урынына телефон, гаджеттар. Әҙәбиәттең тәрбиәләү ҡеүәтен юҡҡа сығарҙы система, программаларын, дәреслектәрен күрһәң, сәсең үрә торорлоҡ. Бала уҡымаһын өсөн эшләнгән һымаҡ тойолоп китә хатта. Был мыжыу түгел, күҙәтеүҙәр һөҙөмтәһендә тыуған фекерҙәр генә.
Урамға сығып, саф һауа һулап йөрөп килеү урынына телефон. Балаларға физик эш етмәй, һыҙырып эшләп арыһа, юҡ-барға ваҡыты ла, көсө лә ҡалмаҫ ине. Урамда уйнап йөрөгән бала- ғәҙәттән тыш күренеш)
Оло һүҙенең абруйы юҡ, уҡытыусыға хеҙмәтсегә ҡараған кеүек ҡарау китте. Бала алдында негатив һөйләү, уҡытыусыға, мәктәпкә насар баһа биреү бер ваҡытта ла һәйбәткә алып килмәгән. Ите һиңә, һөйәге миңә! тимәй шул хәҙерге ата-әсә. Күп уҡыусыларҙың артына мәлендә сыбыҡ етмәгәне күренеп тора. Мин бөтөн кешеләрҙе бер иш тимәйем, әммә заманыбыҙға хас шул мин яҙғандар. Тәртипле балалар, тәрбиәле ата-әсәләр күберәк ул, минең эргәлә гел шундайҙар. Әммә дөйөм картина икенсерәк, ҡыҙғанысҡа күрә.
Шулай ҙа иң ҙур бәлә- ул иманһыҙлыҡ. Иман ҡасҡан ерҙә бәрәкәт булмай шул. Хәрәмдәрҙән баш тартмаған ололар йәш быуынға ниндәй өлгө була алһын? Әлбиттә, хәҙерге йәштәр араһында шәп, аҡыллы, иманлылар күп, шул ҡыуандыра һәм өмөтләндерә.
Хөкүмәттең мәктәптәргә ҡарашы аптырата. Балаларҙа экономия яһаған йәмғиәттең киләсәге бармы? Иң бай илдә йәшәп, балалар өсөн аҡса юҡлығы аңлашылмай.
... Бынау яҡшы ай, яҡшы көндә ундай аҙымға барған бәндә иманлы түгел инде. Йәне зәғиф, күңеле ауырыу инде ул әҙәмдең.
Ожмах ҡоштары булыр балалар йәл. Ата-әсәләре йәл. Уҡытыусылар йәл. Сабырлыҡ бирһен, башҡа ни әйтәһең.
ЛӘЛӘ РАФИҠОВА.