Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
5 Май 2021, 18:00

Рамаҙан айының һәм йылдың иң бөйөк төнө

Ҡәҙер төнө Рамаҙан айының һуңғы ун төндәренең береһенә тура килә. Тап ҡасан булыры кешелек өсөн сер. Йыл һайын төрлө төндәргә тура килергә мөмкин. Бигерәк тә таҡ төндәрҙә (21-се, 23-сө, 25-се, 27-се һәм 29-сы төндәрҙә) эҙләгеҙ.Раббыбыҙ беҙгә ошо бөйөк изге төндө тап итергә, уның бәрәкәтенә һәм сауаптарына ирешергә насип итһен, амин! Йылына бер тапҡыр килә торған ҙур ниғмәт, оло мөмкинселекте ҡулдан ысҡындырмайыҡ, ҡәрҙәштәр!Рамаҙан айының ошо һуңғы ун төнө ихлас ғибәҙәттәрҙә, Аллаһҡа яҡынайыуҙа үтһен. "Кем ошо төндән мәхрүм, шул ысынлап та мәхрүм", — тигән Аллаһ рәсүле. Донъя ығы-зығыһына әүрәп, нәфсебеҙҙең ялҡаулығына, вайымһыҙлығына бирелеп, мәхрүмдәрҙән булып ҡалмайыҡ!Тулыраҡ сайттан уҡығыҙ.

ҠӘҘЕР ТӨНӨ
Рамаҙан айының һәм бөтә йылдың иң бөйөк төнө
✅ Был төндә Ҡөрьән китабы Аллаһ Тәғәлә янындағы Һаҡлаулы таҡтанан беҙҙең күктәге Бөйөклөк йортона төшөрөлә (аҙаҡ Мөхәммәт пәйғәмбәргә егерме өс йыл дауамында өлөшләп-өлөшләп иңдерелеп торор өсөн).
✅ Был төндә Аллаһтың мәрхәмәте һәм бәрәкәте менән иҫәпһеҙ-хисапһыҙ фәрештәләр ергә төшә. "Был төндә ерҙәге фәрештәләрҙең һаны ваҡ ҡом-таштар һанына ҡарағанда ла күберәк буласаҡ", — тигән Пәйғәмбәребеҙ (хәсән хәҙис).
✅ Был төндә киләһе йылда нимәләр буласағы һәм һәр кешенең бер йыллыҡ бәхете, ризығы, ғүмере тәҡдир ҡылына. Кем ошо төндө ихласлыҡ менән ғибәҙәттә үткәрә, шуның үткән һәм киләсәкке гонаһтары ғәфү ителер.
✅ Был төн бер үҙе мең айға ҡарағанда ла хәйерлерәк. Йәғни, ошо төндә уҡылған, әйтәйек, ике рәкәғәтлек намаҙ мең ай — йәки 83 йыл — буйы уҡылған ике рәкәғәтлек намаҙҙарға ҡарағанда сауаплыраҡ буласаҡ, ин шәә Аллаһ.
✅ Был төндө һәр ихлас мосолман үҙ күңеле менән һиҙер. Кемдәрҙер, бәлки, төшөндә лә уға ишара күрер. Бүтән ваҡытта булмағанса тыныслыҡ, бәхет, иман тойғолары кисерер. Ғибәҙәттәрендә быға тиклем булмағанса ләззәт табыр.
✅ Был төн — именлек һәм һиллек төнө. Ел дә, әгәр булһа, талғын ғына иҫер, күк йөҙө лә яҡты, асыҡ булыр. Һауа ныҡ эҫе лә, ныҡ һалҡын да булмаҫ. Ул төндөң иртәгеһенә ҡояш офоҡтан ап-аҡ, түп-түңәрәк булып, ай кеүек нурһыҙ-ниһеҙ килеп сығыр.
✅ Кем ошо төндө тап итә, "Аллаһүммә, иннәкә ғәфүүн, түхиббүл-ғәфүә, фәғфү ғәнни", — тигән доғаны уҡыһын. Мәғәнәһе: "Йә Аллаһ, Һин — Ғәфү итеүсе, ғәфү итергә яратаһың, мине ғәфү итсе!" (сахих хәҙис). Әлбиттә, бүтән дөрөҫ доғалар ҙа рөхсәт.
✅ Ҡәҙер төнө Рамаҙан айының һуңғы ун төндәренең береһенә тура килә. Тап ҡасан булыры кешелек өсөн сер. Йыл һайын төрлө төндәргә тура килергә мөмкин. Бигерәк тә таҡ төндәрҙә (21-се, 23-сө, 25-се, 27-се һәм 29-сы төндәрҙә) эҙләгеҙ.
Раббыбыҙ беҙгә ошо бөйөк изге төндө тап итергә, уның бәрәкәтенә һәм сауаптарына ирешергә насип итһен, амин! Йылына бер тапҡыр килә торған ҙур ниғмәт, оло мөмкинселекте ҡулдан ысҡындырмайыҡ, ҡәрҙәштәр! Рамаҙан айының ошо һуңғы ун төнө ихлас ғибәҙәттәрҙә, Аллаһҡа яҡынайыуҙа үтһен. "Кем ошо төндән мәхрүм, шул ысынлап та мәхрүм", — тигән Аллаһ рәсүле. Донъя ығы-зығыһына әүрәп, нәфсебеҙҙең ялҡаулығына, вайымһыҙлығына бирелеп, мәхрүмдәрҙән булып ҡалмайыҡ!