АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
23 Март 2021, 12:00

Әкиәт һөйләргә яраталар

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы урта мәктәбендә йыл һайын "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсы ойошторола. Быйылғыһы иһә тик башланғыс кластар, йәғни 1-се, 2-се кластар өсөн генә үткәрелде һәм унда Иҫке Сибай, Казанка, Калинин ауылдарынан балалар ҡатнашты.

Жюрилар матур сараға шаһит булыуҙарын йәшермәне. Ярыш барышында балалар төрлө халыҡ әкиәттәрен ҙур оҫталыҡ менән һөйләне.
Еңеүселәргә район конкурсында ауыл мәктәбе намыҫын яҡлап сығыш яһаясаҡ.
--Балаларҙы рухи яҡтан үҫтереүсе, маҡсатлы итеүсе, хыялдарына ҡанат ҡуйыусы ошондай матур бәйгеләр йышыраҡ, ҡатнашыусылар күберәк булһын!—тигән теләктә ҡалды уҡытыусылар.