Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
4 Март 2021, 17:00

Республика этабына сибайҙар үтте!

Бөгөн балалар ижады үҙәгендә «Бала саҡтың хәүефһеҙ юлдары» тип исемләнгән КВН конкурсының төбәк этабы үтте.

Бөгөн балалар ижады үҙәгендә «Бала саҡтың хәүефһеҙ юлдары» тип исемләнгән КВН конкурсының төбәк этабы үтте. Унда Сибай, Баймаҡ ҡалаларынан һәм Хәйбулла, Ейәнсура райондарынан 4 команда көс һынашты. Командаларҙың ныҡлы әҙерлеген, телгә маһирлығын һәм, әлбиттә, ҡыҙыҡлы сығыштарын жюри ағзалары баһаланы. Шулай итеп, беренсе урынға Сибай ҡалаһының 9-сы лицейынан «Без тормозов» (капитаны Тимур Байрамғолов) командаһы яуланы. Икенсе урынға Баймаҡ лицей-интернатынан «Йылмайлик» (капитаны Илвир Сөләймәнов), өсөнсө урынға Ейәнсура районының «Ейәнсура акценты» (капитаны Рәлиф Бикташев) сыҡты.
Еңеүсе команда КВН-дың республика этабында сығыш яһаясаҡ. Уларға уңыштар теләйбеҙ!