Бер мәл тормошта күп уңыштарға өлгәшкән ханымдан даланының серҙәре менән бүлешеүен үтендем.
Ул минең һорауымды ишеткәс ихлас йылмайҙы:
--Уңыш ваҡ көрәштәрҙе ваҡ һуғышсыларға ҡалдырғас килә башланы:
-ғәйбәтселәргә ҡаршы көрәштән туҡтаным;
-туғандар менән ыҙғышты туҡтаттым;
-мөхәббәт һәм иғтибар талап итеүҙән туҡтаным;
-мине кәмһетеүселәргә хоҡуҡтарымды иҫбатлауҙан туҡтаным;
-бөтә кешегә лә ярауҙан туҡтаным.
Ваҡ көрәштәрҙең барыһын да башҡа көрәшерлек әмәлдәре ҡалмағандарға тапшырҙым.
Күҙаллауҙарым, хыялдарым, уй-теләктәрем һәм яҙмышым өсөн көрәшә башланым.
Ваҡ көрәштәрҙән арынған көнөм иң уңышлы һәм мине бәхетле итә башлаған көнгә әүерелде.
Юҡ-бар өсөн көрәшеп ваҡытығыҙҙы әрәм итмәгеҙ.
Аҡылығыҙ талап иткән көрәште генә һайлағыҙ!!!