Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
27 Ғинуар 2021, 16:10

Ашаһаң ҡорот, булырһың һау-сәләмәт

Коронавирус панедемияһы осоронда вирусҡа ҡаршы көрәшеү, профилактика өсөн ҡорот ҡулланыу бик отошло. Сәләмлек һәм оҙон ғүмерлелек йылын асып Сибай ҡалаһы «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһының «Еләккәй» төркөмө тәрбиәләнеүселәре дәрестә башҡорт милли кейеме һәм милли ризыҡ--ҡорот менән танышты.

Борон-борондан, ата -бабаларыбыҙ ҡорот менән туҡланған һәм дауаланған. Ә йәйгеһен ҡышҡылыҡҡа ҡорот киптереп алғандар. Файҙалы һөт ризығы витаминдарға бик бай. Айырыуса коронавирус панедемияһы осоронда вирусҡа ҡаршы көрәшеү, профилактика өсөн ҡорот ҡулланыу бик отошло. Сәләмлек һәм оҙон ғүмерлелек йылын асып Сибай ҡалаһы «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһының «Еләккәй» төркөмө тәрбиәләнеүселәре дәрестә башҡорт милли кейеме һәм милли ризыҡ--ҡорот менән танышты.Ҡоротто нисек эшләүҙәрен кескәйҙәр видеояҙма ҡарап танышһа, өҫтәлгә алдарына ҡуйылған ҡоротто тәмләп ҡараны.Ҡорот эшләү бик мәшәҡәтле, ауыр эш. Уны тик сабыр, унған ҡатын-ҡыҙҙар ғына оҫта атҡарып ҡына сыға. Балаларҙа шулай уҡ башҡорт халыҡ уйындары аша милли аштарҙы әҙерләүгә ҡыҙыҡһыныу уяттыҡ. Аҙаҡ пластилиндан ҡорот әүәләнек.
Юл йөрөү ҙә ауыр түгел,
Кеҫәлә булһа ҡорот.
Юлда – юлдаш, яуҙа –яуҙаш
Башҡортҡа - кипкән ҡорот,-- тип
шиғырҙар ятланыҡ, йырҙар йырланыҡ.
Экологик яҡтан таҙа, шифалы, тәмле милли аш-һыуҙарыбыҙҙы әҙерләүҙе быуындан-быуынға өйрәтеү зарур.
Юлиә Ирназарова, Нәркәс Утарбаева, тәрбиәселәр.
Читайте нас: