Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
20 Ноябрь 2020, 13:00

Иң ҡиммәтле ризыҡ

Сибай ҡалаһының “Әкиәт” балалар баҡсаһында "Икмәк - барыһына ла баш!" тип аталған аҙналыҡ тамамланды. Тәрбиәселәр үҙҙәренең төркөм тәрбиәләнеүселәренә икмәк ҡәҙере тураһында һөйләне.

Сибай ҡалаһының “Әкиәт” балалар баҡсаһында "Икмәк - барыһына ла баш!" тип аталған аҙналыҡ тамамланды. Тәрбиәселәр үҙҙәренең төркөм тәрбиәләнеүселәренә икмәк ҡәҙере тураһында һөйләне. Иң кескәй төркөм балалары ла был аҙналыҡтан ситтә ҡалманы. Ошо темаға ярашлы төрлө мауыҡтырғыс әңгәмәләр, һүрәтләү эшмәкәрлеге, нәфис әҙәбиәт уҡыу, хәрәкәтле уйындар уҙағарылды. Беҙ балаларҙа икмәк бешереүселәргә ҡарата хөрмәт, ә табыныбыҙҙың иң ҡиммәтле ризығына ҡарата һаҡ ҡараш тәрбиәләү маҡсаты менән эшләйбеҙ.
Әлфиә Вилданова, "Бәпембә" төркөмө тәрбиәсеһе.